

Полк яугирҙәре «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йортонан яңы гәзит-журналдарҙың тәүге партияһын алды ла инде. Тираждың бер өлөшөн подразделениеның хәрби-сәйәси үҙәгендә ҡалдыралар, ҡалған өлөшөн замполиттар аша алдынғы позицияларға тапшыралар. Хәрбиҙәр үҙҙәре билдәләүенсә, баҫма продукция айырыуса элемтә һәм интернет булмаған хәрби бәйләнеш линияһында талап ителә. Полк оперативлыҡ өсөн рәхмәт белдерә.
Ведомствоның хәрби-сәйәси эше начальнигы полковник Евгений Лисица шулай уҡ нәшриәт йортона идаралыҡ һәм бөтә яугирҙар исеменән рәхмәт белдерә. Алынған гәзиттәр һәм журналдар «Урал» ОМОН-ы, «Толпар» СОБР-ына, М.М. Шайморатов исемендәге«Гроза» отрядтарына ебәрелә. «Беҙҙең егеттәр өсөн матбуғат — ул тыуған республика һәм йорт менән тоташтырыусы тере еп», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды полковник Лисица.