

- Әлеге ваҡытта дәүләттең төп бурыстарының береһе - яҡлаусыларыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Беҙҙең ведомство профилле органдар менән берлектә ярҙам сараларын алыу мөмкин тиклем уңайлы, аңлайышлы булһын һәм кәрәкмәгән бюрократик процедураларҙы ҡыҫҡартһын өсөн электрон сервистар булдыра һәм оптималләштерә, — тип билдәләне Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
Электрон төрҙә файҙаланырға мөмкин булған төп ярҙам саралары иҫәбенә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдарҙы компенсациялау, мәҙәни сараларға льготалы йөрөү, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм урта махсус уҡыу йорттарына инеү, ер участкаһы биреү һәм башҡалар инә.
Дәүләт хеҙмәттәре төбәк порталында ярҙам саралары алты блок буйынса бүленгән: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары; МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары; МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уның ғаилә ағзалары өсөн психологик ярҙам; МХО-ла ҡатнашыусы һәм уның ғаилә ағзалары булараҡ кәрәкле документтар алырға; МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары; МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына белем алыуҙа ярҙам. Электрон сервистар «Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау» милли проекты сиктәрендә үҫешә.
Фото: Ринат Рәжәпов.