

– «Сенегал», ниңә контракт? Һәм ни өсөн Росгвардия?
- 2022 йылдың 11 ноябрендә мин контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Быға тиклем мәктәп директоры булып эшләнем. Тирә-яҡта күп дуҫтар һәм таныштар ине, уларҙы мобилизациялағандар, ә мин бронға эләктем. Нисек мин ситтә ҡалдым? Үҙ теләгем менән ҡайҙа барырға мөмкинлеген белешә башланым һәм Росгвардия бригадаһына эләктем. Дуҫтарыма һәм ғаиләмә һуңғы көнгә тиклем әйтмәнем - бөтә төп этаптар үткәндән һуң ғына аңлаттым.
– Яҡындарығыҙ быны нисек ҡабул итте?
– Ғаилә, әлбиттә, борсолдо. Әсәйем, ҡатыным, балалар ныҡ ҡайғырҙылар. Ләкин был минең ҡара, шуға күрә улар быны аңлап ҡабул итте.
– Бригадала БПЛА-ның профиль бүлексәләре әүҙем төҙөлә. Шулар тураһында һөйләгеҙ әле.
- Эйе, етди эш алып барыла. Ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостандан росгвардиясыларға сираттағы FPV-дрон партияһы – 100 дана «Өфөләр» тапшырылды. Был ҙур ярҙам, һәм ул яҡшы һөҙөмтәләр килтерә. Башҡорт «Ҡыш-бабайҙарын» ретрансляторҙар итеп ҡулланабыҙ. Ә FPV-дрондар - разведка, дошман «ҡоштарын» бәреп төшөрөү, миналар ҡуйыу өсөн.
– Бөгөн 116-сы бригадаға кемдәрҙе көтәләр?
Беҙҙең бригада Рәсәй Федерацияһы Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең оператив тактик берләшмәһе, уның бурысына яңы территорияларҙа йәмәғәт тәртибен һаҡлау инә, Эске эштәр министрлығының урындағы бүлеге менән бәйләнештә эшләйбеҙ. Беҙ һәр ваҡыт әҙер.
Беҙгә компьютер менән «һин» булған йәш кадрҙар кәрәк, улар дронды йыя, яңынан ҡора ала. Йәш: ир-аттарға-49 йәшкә тиклем, ҡатын-ҡыҙҙарға 45 йәшкә тиклем. Урта һөнәри белем, А йәки Б һаулыҡ төркөмө, хөкөм ителгән булмаҫҡа тейеш. Бригадала вакансиялар күп: БПЛА операторынан алып ашнаҡсыға, водительгә, пулеметсыға, бүлек командирына һ.б. һәр кемдең ҡыҙыҡһыныуы һәм һөнәре өсөн урын табыла.
– Башҡортостандан һеҙҙең бригадала хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн ниндәй төп аргументтар бар?
- Беҙҙә Башҡортостандан егеттәр күп - тимәк, яҡташтар менән хеҙмәт һәм дуҫтарса коллектив. Яҡташың менән аралашаһың, өйҙә булғандай тояһың, сөнки бер менталитет. Тотороҡло аҡсалата тәьминәт, МХО-ла ҡатнашыусының льготалары, ветеран түләүҙәре.
Рәсәй Гвардияһы командованиеһы һәр хәрби хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Бының өсөн шарттар булдырыла: һәр операция максималь уйланылған. Яугирҙәр тулы тәьминәт ала - бронежилеттар, бронетехника, броняға ҡаршы һаҡланыу, РЭБ саралары. Уларҙың һаулығын күҙәтәләр. Был һүҙҙәр генә түгел.
Башҡортостан етди ярҙам күрһәтә, бының өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Беҙгә даими рәүештә муниципалитет башлыҡтары килә, кәрәкле ҡорамалдар, инструменттар килтерелә.
Егеттәр даими рәүештә федераль, ведомство наградаларын ала. Республика башлығы Радий Хәбировтың указдары менән яугирҙарҙы ҡаҙаныштары, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн миҙалдар Һәм Башҡортостан ордендары менән бүләкләйҙәр.
Әйткәндәй, көн һайын беҙ дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам өлгөләре менән осрашабыҙ. Хатта бер тәрилкәнән ашайбыҙ. Дөйөм көнкүреш алып барабыҙ һәм бер-беребеҙ өсөн ғаилә кеүек булып китәбеҙ. Беҙ бит бер дөйөм бурысты үтәйбеҙ, дөйөм идея бөтәһен дә берләштерә. Барыһы ла дәртле. Шулай уҡ бөтә ерҙә лә мунсалар төҙөйбөҙ – ҡайҙа инде уларһыҙ – уларҙы тиҙ генә төҙөргә өйрәндек.
– Азат ителгән тораҡ пункттарында урындағы кешләр һеҙгә ниндәй мөнәсәбәттә?
- Кешеләр Рәсәйҙең нисек көс түгеүен күрә: юлдар төҙөй, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы тергеҙә, хәрбиҙәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, беҙ урындағы мәҙәниәтте хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙә яҡшы күршеләр-пенсионерҙар бар: улар ихтирам менән ҡарай. Әйткәндәй, уларҙың балалары ла Рәсәй армияһы составында һуғыша.
– Хеҙмәт ваҡытында яугирҙар менән уртаҡ традициялар барлыҡҡа килдеме?
– Яугирҙәр менән уртаҡ йолаларҙың иң мөһиме - туғанлыҡ, дуҫлыҡ, Яҡташтар менән генә түгел, Алыҫ Көнсығыштан, Урал Аръяғынан, Кавказдан, Себерҙән килгән егеттәр менән дә сағыштырғыһыҙ берҙәмлек тойғоһо. Беҙ ғаиләләр менән аралашабыҙ. Хатта дөйөм пландар ҙа барлыҡҡа килә. Яугирҙар менән шул тиклем дуҫлаштыҡ, хатта: беҙҙең тиҫтерҙәребеҙ үҫкәс, беҙ уларҙы өйләндерәсәкбеҙ, тип ҡарар иттек. Бер-беребеҙҙе шаяртып ҡоҙа тип атайбыҙ. Хатта балалар өйләнешмәһә лә, бер-беребеҙҙе шулай тип атаясаҡбыҙ.
– 116-сы бригада составына инеү өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
– +79373672870, +79490489505 телефондарына яҙырға йә шылтыратырға була.
Контрактҡа ҡул ҡуйған һәм битараф ҡалмаған һәр кем үҙенең уңайлы зонаһын хәрби көнкүрешкә алмаштыра – ихтирамға лайыҡ һәм герой. Үҙемдән тағы ла шуны өҫтәйем: яҙмышыма, ул мине хеҙмәттәштәрем менән бәйләгәне өсөн бик рәхмәтлемен. Беҙ күп милләтле бригада: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, буряттар, якуттар, дагестанлылар һ.б. - бер ҡоростай ныҡлы берлектә эшләйбеҙ. Егеттәр, һеҙҙе көтәбеҙ! Еңеү мотлаҡ беҙҙә буласаҡ!