

Боронғо замандарҙан ир-егеттәр үҙ ерҙәрен ҡыйыу яҡлай. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының, махсус хәрби операцияның, Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың батырлыҡтары − ул сикһеҙ батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө.
90-сы танк дивизияһының 428-се мотоуҡсылар полкы. Башҡортостан Республикаһы Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин һүҙҙәренсә, был полк яугирҙарының 90 проценты Башҡортостандан сыҡҡан. Күптәр бында өлөшләтә мобилизация сиктәрендә эләгә. Улар араһында Түбәнге Балтас ауылынан «Гном» позывнойлы яугир ҙа бар. Махсус хәрби операция башланғандан алып Анатолий Давлеев Ватанды яҡлауҙа икеләнеүһеҙ тора һәм үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы батырлыҡ менән үтәй. Был турала https://tatvestnik-t.ru яҙа.
Мобилизация башланғандан алып «Гном» ауыр һынау юлын үтә, рух ныҡлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр күрһәтә. Көн һайын ҡурҡыныс янаған, һәр минут ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек талап иткән. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ бурысына тоғро ҡала һәм Ватанды һаҡлаусы булараҡ яҡшы сифаттар күрһәтә.
Уның хәрби юлы Ҡазанда күнекмәләрҙән башлана. Һуңынан хәрби иптәштәре менән бер ай Ростов өлкәһенең Миллерово ҡалаһында була. 2023 йылдың ғинуарында ЛНР-ға киләләр: Северодонецк, Кременныйҙа дислокацияланалар. Һуңғы ҡала бер йыл буйына уларҙың оборонаһы аҫтында була. Беҙҙең яугирҙар урындағы халыҡҡа, тыныс халыҡ араһынан яраланғандарға ярҙам итә алған. Тап шул саҡта «Гном» үҙенең беренсе дәүләт наградаһын – «Һәләк булып барғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалын ала. Шулай уҡ генерал Шайморатов, II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн», 428 МСП «Донбасты азат иткән өсөн»миҙалдары менән бүләкләнә.
Мобилизацияға тиклем Анатолий Давлеев Пермь крайында «Энергоком» йәмғиәтендә водитель булып эшләй. Үҙ ғүмерен һәм эшен Ватанды һаҡлау менән бәйләй. Былтыр апрелдә хеҙмәтен дауам итеү тураһында контракт төҙөй. Яугирҙәр әйтеүенсә, Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк улар халыҡтың ҙур ярҙамын тоя. Ҡайһы берҙә үҙ үтенестәре менән дә мөрәжәғәт итәләр.
- Гуманитар ярҙамһыҙ беҙгә бик ауыр булыр ине. Яҡташтарыбыҙға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Тәтешле районы хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, − тип рәхмәт белдерә сержант.