Рух
+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
7 Апрель , 13:43

Йылы һүҙҙәр менән хат, аҙыҡ-түлекле ойоҡтар. Өфөнән БПЛА операторы МХО тураһында

Ул балаларҙы ижекләп уҡырға һәм миҫалдарҙы сисергә өйрәтә, дәфтәрҙәрҙе тикшерә һәм ҡылымдарҙың ҡушылыуы тураһында һөйләй ала ине. Уның урынына Башҡортостандан Алмаз Сафин исемендәге батальондың Герда позывнойлы хәрби хеҙмәткәр мониторға ҡарай. Ул БПЛА операторы. «Молодежная газета» менән әңгәмәлә ҡыҙ «Уфимец» һәм «Ҡыш Бабай» башҡорт дрондары, хеҙмәттәштәре, дошмандар һәм күктән үҙебеҙҙекеләр өсөн төшкән ҡоро паек менән йылы ойоҡбаштар хаҡында һөйләне.

Йылы һүҙҙәр менән хат, аҙыҡ-түлекле ойоҡтар. Өфөнән БПЛА операторы МХО тураһында
Йылы һүҙҙәр менән хат, аҙыҡ-түлекле ойоҡтар. Өфөнән БПЛА операторы МХО тураһында

Герданың тыныс тормоштағы һөнәре – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Тик ҡыҙ мәктәпкә барып етмәй: 2023 йыолдың июлендә контракт төҙөй, уның был ваҡытта мультиротор дрондар операторы тигән сертификаты була. Герда үҙе әйтеүенсә, еңеүҙән һуң ул мотлаҡ балаларҙы уҡытыуға барасаҡ. 

Ҡош осҡан бейеклектән хат менән ойоҡбаштар

«БПЛА операторы эше» тигәнде ишеткәс, беренсе булып техникаға һөжүм итеү, терәк – таяуҙарҙы бөтөрөү, дистанцион миналау, разведка тураһында уй килә. Герда күктең икенсе яғын аса: "Бер ваҡыт мин яугирҙарыбыҙға ташлау өсөн ҡоро паектар йыйып алдым: аҙыҡ-түлек, һыу, дарыуҙар. Бейеклектән төшкәндә ватылмаһын өсөн, ойоҡтарға һалдым.

Ошо уҡ ғәҙәти ойоҡбаштарына ул йылы ярҙам һүҙҙәре менән яҙмалар һала: фронтта улар бронежилет кеүек үк мөһим.

 

«Ҡыш бабай» һәм «Өфөлө»: радиоэлектрон һуғышҡа башҡортса яуап

Герда әйтеүенсә, башҡорт «ҡоштары» юғары кимәлдә эшләй. Ул айырыуса «Өфөлө»нө айырып күрһәтә: уның рамаһы ныҡлы, ҙур ауырлыҡ күтәрә һәм дошмандың радиоэлектрон һуғыш сараларына сыҙамлы.

Күктә икенсе герой – «Ҡыш Бабай» дроны. «Олатай» таратҡан бүләктәр уйынсыҡ түгел: ул дошмандың терәк пункттарын юҡ итеүҙә юғары һөҙөмтәле.

 

Дошман тураһында

Герда дошманын рухһыҙ һәм иманһыҙ кешеләр тип баһалай:

«Иманһыҙ кеше көслө була алмай. Иртәме-һуңмы ул бирешә һәм рух төшөнкөлөгөнә бирелә, беҙ быны фронтта күрәбеҙ. Дошман ҡаса һәм үҙ позицияларын ҡалдыра. Беҙҙең егеттәр көн һайын сыҙамлыҡ мөғжизәләрен һәм рух көсөн күрһәтә. Беҙ бит юғалтыуҙарҙы һәм еңеүҙәрҙе мәғлүмәттәр буйынса түгел, ә экран буйынса иҫәпләйбеҙ. Бында булған һәр кем менән ғорурланам».

Ауырлыҡтар тураһында һорауға Герда, беҙҙең яугирҙар юлында көн һайын бик күп проблемалар тыуа һәм бөтә нәмәгә әҙер булырға кәрәк, тип яуап бирә. Ниндәй һауа торошо, һауалағы һәм ерҙәге хәл-торош булмаһын - бурыс үтәлергә тейешң

 

Хеҙмәттәштәре тураһында

«Хеҙмәттәштәр – минең ғаиләм. Ҡайһы берҙә асыуландыра ла, бер үк ваҡытта оҡшай ҙа: хатта бында, фронтта, улар миңә ҡыҙ кешегә ҡараған кеүек ҡарай. Ауыр тормошта ярҙам итәләр, тәмле нәмәләр менән ҡыуандырырға тырышалар, мине ут эсенә индермәйҙәр. Улар нимә эшләй алыуымды белә, әммә барыбер мине бик һаҡлайҙар. Беҙ яугирҙарҙың ғаиләләре, уларҙың ҡатындары һәм балалары менән яҡындан аралашабыҙ», – ти ҡыҙ.

 

«Русса һөйләшә алыр өсөн»

«Беҙ ябай булмаған ваҡыт кисерәбеҙ. Бөтә ил беҙҙең быуындың иңдәрендә. Беҙ ысынында Ер шарының төрлө нөктәһендә лә рус телендә һөйләшеү өсөн көрәшәбеҙ. Был беҙҙең һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн көрәш», – ти Герда.

Йылы һүҙҙәр менән хат, аҙыҡ-түлекле ойоҡтар. Өфөнән БПЛА операторы МХО тураһында
Йылы һүҙҙәр менән хат, аҙыҡ-түлекле ойоҡтар. Өфөнән БПЛА операторы МХО тураһында
Автор:
Читайте нас