Рух
+10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Барыһы ла Еңеү өсөн
1 Апрель , 11:45

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте

Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте. Китапты Мәскәүҙәге «АСТ» нәшриәте баҫтырған. Сара «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында ойошторолдо.

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте
Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте

«„Позывной "Башкир"» - Башҡортостандан Ватанды һаҡлаусы, милләте буйынса башҡорт милләтенән генә тимәгән, шулай уҡ урыҫ, татар, сыуаш булырға ла мөмкин, ул үҙен герой тип атамай, халҡыбыҙ иҫтәлегенә лайыҡлы эштәр башҡара.

Баҫма документаль материалдарҙан тора. Унда автор факттарҙы ғына түгел, ә осрашыуҙар мөхитен, интонацияларҙы, эмоцияларҙы һәм яҡташ геройҙарының эске көсөн дә еткерә алған. Баҫма хәҙерге Ватан һаҡсыларының батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлауға ҙур өлөш индерә, һәм киләсәк быуындар өсөн мөһим дәлил булып тора.

Сарала республика башҡарма органдары вәкилдәре, йәмәғәт, ижади ойошмалар, журналистар, шулай уҡ геройҙарҙың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Почетлы ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә Рәсәй Һәләк булған Ватан һаҡсыларының ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе рәйесе, Рәсәй Геройы Максим Серафимовтың әсәһе Алина Серафимова, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гөлфирә Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Ғәлимә Ғәлина бар ине.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре һәм ҡатындарының килеүе айырыуса әһәмиәтле булды. Уларҙың яҡын кешеләренең яҙмышы, хәтирәләре был китапта сағылыш тапҡан. Геройҙарҙың яҡын кешеләренең ҡатнашыуы осрашыуға тәрәнлек, ихласлыҡ һәм көслө эмоциональ йөкмәтке өҫтәне.

 — Мин был китаптағы һәр тарихты үҙем аша үткәреп яҙҙым. Унда уйлап сығарылған сюжеттар юҡ, ә тере ысынбарлыҡ – беҙҙең яугирҙарҙың яҙмышы, һынауҙар алдындағы көсө һәм рухы сағылышы. Был хәтирәләрҙе ысынбарлыҡҡа тоғро ҡалып ҡына һаҡлау мөһим ине», – тип билдәләне Лариса Абдуллина.

«Китап» магазинында был йыйынтыҡты һатып алырға була.

Лариса Абдуллина-Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире.

Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте
Өфөлә Лариса Абдуллинаның «Позывной „Башкир“» китабының исем туйы үтте
Автор:
Читайте нас