Төп хәйлә - радиоэлектрон көрәш системаларын урап үтеү. Яугирҙәр дрондарҙы сигнал һүндерелгәндә аппарат автоматик рәүештә, бойороҡһоҙ, 500 метрға күтәрелә торған итеп көйләй. Унда, ҡамасаулау зонаһынан ҡасып, коптер йәнә пульт менән бәйләнешкә инә. Дошман операторҙың урынын иҫәпләй алмаһын өсөн, техникала GPS-модулдәрҙе йыш ҡына ҡул менән һүндерәләр. Яугир әйтеүенсә, яуҙаш иптәштәре һәр ваҡыт нимәлер уйлап таба: осоу ваҡытын оҙайтыу өсөн батареяларын тоташтыра, йәки өс ватылған көндөҙгө дрондан бер төнгө дрон йыя.
- Беҙ уларҙы Фиксиктар тип атайбыҙ, — тип бүлешә Курок. Яугирҙарҙа трофей техникаһы менән эшләү айырыуса дәрт уята - уны үҙ ихтыяждарына яраҡлаштыралар, ҡулдан эшләнгән ташлау системаларын һәм көсәйтелгән туҡланыу өҫтәйҙәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Telegramда «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәре системаларында хеҙмәт итеү» чат-бот эшләй башланы. Был виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү менән бәйле бөтә һорауҙарға яуап бирә.
Бынан тыш, контракт буйынса саҡырыуға арналған башбат.рф сайтында мәғлүмәт яңыртылды. Махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән порталда хәҙер БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәттәр бар.
Пилотһыҙ ғәскәрҙәр системаларында хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 122 телефоны буйынса табырға мөмкин