Рух
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Лариса Абдуллина: «Улар миңә илһам бирҙе»

Шағирә һәм «Белем» йәмғиәтенең лекторы Лариса Абдуллина «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар менән осрашты.

Лариса Абдуллина: «Улар миңә илһам бирҙе»
Лариса Абдуллина: «Улар миңә илһам бирҙе»

Өфөләге «Патриот» паркы майҙансығында кадрҙар программаһы финалсылары, «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусы ветерандар һәм МХО яугираҙы өсөн «Белем»йәмғиәте ойошторған лекциялар циклы үтә. Сара хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙың өсөнсө көндөҙгө модуле сиктәрендә үтә.

«Белем» йәмғиәте лекторы, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина тыңлаусылар өсөн ижад кисәһе үткәрҙе. Башҡорт шағирәһе, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, журналист Рәсәй армияһы һалдаттарына арналған китаптар яҙа. Уның шәхси инициативаһы менән «Аҡбуҙат» журналы сығарылыштары баҫылып сыға һәм оккупацияланған Донецк һәм Луганск өлкәләре территорияһына килтерелә. Журнал әкиәттәр, башҡорт легендалары һәм халыҡтар дуҫлығы тураһында материалдарҙан тора.

«Был осрашыу оҙаҡҡа йөрәктә ҡалғандарҙан. Мин егеттәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шиғырҙар уҡыным һәм уларҙың күҙҙәренә ҡараным - көслөләр, арығандар, әммә улар ысын. Был ҡараштарҙа шул тиклем батырлыҡ, шул тиклем күп кисерештәр һәм шул уҡ ваҡытта шул тиклем яҡты, тәрән кешелек. Уларға ҡарап, мин һалдаттарыбыҙ, уларҙың сыҙамлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяры өсөн ҙур ғорурлыҡ тойҙом. Тап улар бөгөн иң мөһиме — Ватаныбыҙҙы, өйөбөҙҙө, тыныс күктә йәшәү мөмкинлегебеҙҙе яҡлай», — тип уртаҡлашты Лариса Абдуллина.

Осрашыу барышында «Хыялдар», «Позывнойы «Башҡорт», «Мин һиңә өс һүҙ яҙырмын», «Батырлыҡ өсөн», «Яратам», «Яугир әсәһе», балалар шиғриәтенән «Ауылға Азамат бара» шиғырҙары яңғыраны.

«Беҙ күп һөйләштек. Егеттәр һорашты, фекерҙәрен уртаҡлашты, һәм мин уларҙың шиғырҙарҙы бөтә күңелдәрен менән тыңлауын күрҙем. Бындай мәлдәрҙә айырыуса киҫкен аңлайһың: һәр һүҙең намыҫлы, ысын, артыҡ пафосһыҙ булырға тейеш. Сөнки һинең алда тормош хаҡын һәм дөрөҫлөктө белгәндәр тора», - тип һөйләне «Белем» йәмғиәте лекоры.

Ул билдәләүенсә, тап улар - көслө, һынауҙар менән сыныҡҡан яугирҙар уны рухландыра. Лариса Абдуллина, егеттәргә шиғри кисә бүләк итеү өсөн осрашыуға барҙым, ә үҙем илһамланып ҡайттым, тип уртаҡлашты.

«Ирҙәребеҙҙең эске яҡтылығы, тыныс дәрәжәһе һәм ысын көсө шул тиклем күп. Был көс Тыуған Илгә булған тәрән һөйөүҙән, уның өсөн ахырынаса торорға әҙерлектән тыуа. Һәм уларға ҡарап, ысын патриотизмдың көслө һүҙҙәр түгел, ә улар көн һайын үҙ бурысын үтәгән тыныс батырлыҡ икәнен аңлайһың», — тине Лариса Абдуллина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың февралендә республика кадрҙар программаһын башлап ебәреү инициативаһы менән сығыш яһаған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Геройҙары» программаһында ҡатнашыусыларҙың бурысы — уҡытыу, стажировка үтеү һәм остаздар менән эшләү барышында алған бөтә мәғлүмәтте мөмкин тиклем күберәк үҙләштереү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңынан, ошо белемгә, шулай уҡ үҙенең хәрби тәжрибәһенә таянып, яңы быуын етәкселәрен әҙерләү өсөн республиканың идара итеү командаһында эшләй башларға.

***
«Белем» - илдең иң ҙур заманса мәғрифәтселек ойошмаһы, ул йыл һайын Бөтә Рәсәй буйынса йәштәр өсөн йөҙҙәрсә сара үткәрә: мәҙәниәт, сәнғәт, фән, тарих өлкәләренән күренекле кешеләрҙең меңәрләгән сығыштарын ойоштора, фәнни ярыштар, конкурстар, викториналар үткәрә, фильмдар төшөрә һәм илебеҙҙәге лекторҙарға үҙ аудиторияһын табырға ярҙам итә.

С момента перезагрузки сообщество лекторов Общества «Знание» объединило более 32 тысяч человек. Они провели свыше 200 тысяч лекций в 89 регионах РФ. Создано 8100 часов просветительского контента по самым разным темам: наука, технологии, космос, культура и искусство, история, медицина, спорт и другие. Онлайн-трансляции с просветительских мероприятий «Знания», а также просветительский видеоконтент собрали свыше 2,5 млрд просмотров.

Яңынан башлағандан алып «Белем» йәмғиәтенең лекторҙар берләшмәһе 32 меңдән ашыу кешене берләштерә. Улар Рәсәйҙең 89 төбәгендә 200 меңдән ашыу лекция үткәрә. 8100 сәғәт төрлө темалар буйынса мәғрифәтселек контенты булдырыла: фән, технология, космос, мәҙәниәт һәм сәнғәт, тарих, медицина, спорт һәм башҡалар. «Белем» мәғрифәтселек сараларынан онлайн-трансляциялар, шулай уҡ мәғрифәтселек видеоконтенты 2,5 миллиардтан ашыу ҡарау йыя.

Фото реготделения общества "Знание".

Автор:
Читайте нас