Беҙҙең яҡташыбыҙ, «Карат» позывнойлы яугир, МХО зонаһында 428-се мотоуҡсылар полкының пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хеҙмәт итә. Уның бурысы - разведка алып барыу, утты йүнәлтеү һәм подразделениеларға һауанан ярҙам итеү.
2022 йылдың көҙөндә «Карат» мобилизациялана һәм хәрби хәрәкәттәр зонаһында күнекмәләр үтә. Бөгөн ул Mavic сериялы дрондар һәм FPV-аппараттар менән идара итә, уларҙы алғы һыҙыҡта подразделениеларҙың «күҙҙәре» тип атайҙар. Улар ярҙамында маҡсаттар табыла, аныҡ нөктәгә атака яһала һәм хатта яугирҙарға һыу һәм кәрәкле әйберҙәр килтерелә.
Батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн яҡташыбыҙ Суворов миҙалы менән бүләкләнде.
«Карат»ты өйҙә ғаилә көтә: ҡатыны, ике улы һәм яңы тыуған ҡыҙы. Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, яҡындары тураһында уйлау хеҙмәтен дауам итергә һәм алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә ярҙам итергә көс бирә.
Әгәр һеҙҙең БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында һорауҙарығыҙ булһа, уларҙы 122- телефон номеры аша бирә алаһығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Telegramда «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәре системаларында хеҙмәт итеү» чат-бот эшләй башланы. Был виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү менән бәйле бөтә һорауҙарға яуап бирә.
Бынан тыш, контракт буйынса саҡырыуға арналған башбат.рф сайтында мәғлүмәт яңыртылды. Махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән порталда хәҙер БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәттәр бар.
Пилотһыҙ ғәскәрҙәр системаларында хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:
БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 122 телефоны буйынса табырға мөмкин