Ул махсус хәрби операцияла 4 йыл дауамында ҡатнаша һәм һуғыш яланының ниндәй үҙгәрештәр кисергәнен теүәл белә. «Фронтта ҙур алға китеш булды. БПЛА-һыҙ бер ҡайҙа ла. Тап «ҡоштар» беренсе сираттағы маҡсаттар менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, миномет батареяһы «күҙһеҙ» ата алмай, беҙ маҡсатты күрмәйбеҙ. Ә бында беҙҙең өсөн иң мөһим эш күрһәткесе – дошмандың юғалтыуҙары һаны», - тип һөйләне Зорге.
Дошман дрондарҙы 2014 йылдан бирле ҡулланған, тип хәтерләй әңгәмәсе. РФ Ҡораллы көстәре БПЛА-ны өйрәнергә мәжбүр була. Әммә Айрат Низаметдинов хәрбиҙәр Рәсәй Оборона Министрлығы хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыуҙың яңы шарттарына тулыһынса яраҡлашҡан, тип ышана.
Башҡортостан фронтҡа ярҙам итеп, Еңеүҙе яҡынайта.
«Ил хәрби рельстарға баҫты һәм был көс йыйып, дауам итә. Быны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә лә раҫланы, ул 1 апрелдән БПЛА-лар менән тәьмин итеү 50 процентҡа артасаҡ, тип белдерҙе. Был, әлбиттә, башбатальондың ғәйәт ҙур ярҙамы», – тип аңлатма бирҙе хәрби.
Юғары баш командующий иғлан иткән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн иң мөһим ҡарарҙарҙың береһе булып пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен (ВБС) булдырыу тора, Башҡортостанда йыйыу дауам итә. Йыл һайын дрондар осоп еткән аралар арта бара. Бөгөн Рәсәйҙә уйлап сығарылған оптик сүс дрон 20 километрға оса һәм 4,5 килограмм ауырлыҡты күсерә ала. Һәм быларҙың барыһын да оператор йылы хәүефһеҙ урында ултырып эшләй. БПЛА-ның дошманға күренмәгән бәләкәй коптерҙары бар, улар яугирҙарға һыу һәм аҙыҡ килтерә.Бынан тыш, беҙ ер өҫтө пилотһыҙ аппараттарын, ҡарышлауыҡтарҙағы роботтарҙы ҡуллана башланыҡ. Һәм заманса БПЛА-ларҙы эшләү дауам итә: аралар арта, видеокамераларҙың сифаты яҡшыра», – тип уртаҡлашты хәрби хеҙмәткәр.
Зорге армияның ысынлап та йәшерәк була барыуын билдәләй. Был йәһәттән заманса техниканың да ҡаҙанышы бар. Бала саҡтан компьютер менән идара иткән егеттәр өсөн БПЛА менән идара итеү видеоуйын кеүек ҡабул ителә. Шуға күрә улар теләп контракттар төҙөй.