Аҡса йыйыуҙа «Халыҡ фронты. Бөтәһе лә еңеү өсөн» хәйриә фонды төп роль уйнай. Төбәктәге фронт башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин билдәләүенсә, дрондар алғы һыҙыҡта иң кәрәкле позицияларҙың береһе булып ҡала: «Был, асылда, сығым материалы, әммә тап улар хәрби бурыстарҙы үтәүҙә ярҙам итә һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡара».
Артур 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана һәм 2025 йыл йомғаҡтары буйынса әҙерлек һәм яраштырыу буйынса иң яҡшы тип танылған батальонда хеҙмәт итә. Хәҙер ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла. «Дрондар - беҙҙең күҙҙәребеҙ, бигерәк тә бәйләнеш булмағанда», — тип уртаҡлашты журналист.
Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов һүҙҙәренсә, был коллегаларына алғы һыҙыҡҡа тапшырылған дүртенсе дрон. Аҡса йыйыу дауам итә. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ла МХО зонаһына даими рәүештә гуманитар йөк ебәрә.
«Был посылка еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен. Барыһын да ярҙам итеүгә ҡушылырға саҡырам: барыһы ла еңеү өсөн!» - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Ульчев.