Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 15:47

Тыныслыҡ һаҡсыһынан дрон командирына: Башҡортостан яугиры БПЛА етәксеһе

Тыныслыҡ һаҡсыһынан дрон командирына: Башҡортостан яугиры БПЛА етәксеһе
Тыныслыҡ һаҡсыһынан дрон командирына: Башҡортостан яугиры БПЛА етәксеһе

Айдаҡай ауылынан «Айс» позывнойлы гвардия сержанты, кадрҙар хәрби хеҙмәткәре, Таулы Ҡарабахтағы тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһынан алып МХО-ның алғы һыҙығына тиклем юл үтә. Бөгөн ул удар беспилотниктары подразделениеһы менән етәкселек итә. Яугирҙың профессионализмы, һалҡын ҡанлылығы һәм тәүәккәллеге хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәүҙең нигеҙе булып тора.

 Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Telegramда «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәре системаларында хеҙмәт итеү» чат-бот эшләй башланы. Был виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү менән бәйле бөтә һорауҙарға яуап бирә.

Бынан тыш, контракт буйынса саҡырыуға арналған башбат.рф сайтында мәғлүмәт яңыртылды. Махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән порталда хәҙер БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәттәр бар.

Пилотһыҙ ғәскәрҙәр системаларында хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • Хәүефһеҙлектең юғары кимәле: БПЛА операторҙары хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫ эшләй;
  • Хеҙмәттең срогы көйлө: контрактты бер йылға төҙөргә мөмкин, был уңайлы вариантты һайларға һәм хеҙмәттең үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби хеҙмәткәр эштән китергә йәки яңы контракт төҙөргә хоҡуҡлыҘ
  • Белгеслекте һаҡлау: контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш икенсе һөнәргә йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереп булмай;
  • Тулы социаль пакет: контрактсылар ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәрҙе, льготаларҙы һәм социаль гарантияларҙы ала.
  • Студенттар өсөн махсус шарттар: юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар контракт төҙөй, академик отпуск ала һәм хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала;
  • Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү: дошмандың нөктәләрен уңышлы ҡыйратҡан өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем түләү ҡаралған.

БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 122 телефоны буйынса табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас