Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль , 11:40

Башҡортостан яугиры БПЛА операторҙарының көсө тураһында һөйләне

Октябрьскийҙан «Әхмәт» похывнойлы сержант махсус операция зонаһында хеҙмәт итә башлағанға тиклем ашнаҡсы була. Ул Оборона министрлығы менән 2023 йылда контракт төҙөй һәм хәҙер «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонында хеҙмәт итә, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлъмәт агентлығы.

Башҡортостан яугиры БПЛА операторҙарының көсө тураһында һөйләне
Башҡортостан яугиры БПЛА операторҙарының көсө тураһында һөйләне

Ул «Башинформ»ға  интервьюһында ашарға әҙерләүҙең уны тынысландырыуы һәм уйланырға ваҡыт биреүе тураһында һөйләгән.

БПЛА-ның өлкән операторы «Әхмәт» хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәй. Хеҙмәт итеү осоронда ул тиҫтәләгән миссияларҙы тамамлай, хатта күберәктер. Яугир үҙенең батырлыҡтары тураһында теләмәйенсә һөйләй, тыуған ерҙәре, йорто, ғаиләһе һәм Тыуған иле тураһында һөйләүҙе өҫтөн күрә.

Өс йыл алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән ваҡытта «Әхмәт» бер нисә тапҡыр яралана. Әммә һәр тапҡыр, дауаланғандан һуң, ул хәрби иптәштәре менән бергә булыу һәм үҙ бурыстарын үтәү өсөн сафҡа кире ҡайта. Һалдат әйтеүенсә, махсус хәрби операция башында Рәсәй армияһы традицион ҡорал төрҙәренә — артиллерияға, бронетехникаға һәм авиацияға иҫәп тота. Уларҙың әһәмиәте элеккесә ҙур, был РФ Оборона министрлығының көндәлек мәғлүмәттәрендә раҫлана. Әммә хәҙерге алыштарҙа пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары төп роль уйнай, был турала оборона ведомствоһы отчеттары раҫлай.

— Рәсәй хәрбиҙәре пилотһыҙ осоу аппараттары менән эште уңышлы үҙләштерә. Башта үҙаллы өйрәнәләр, һуңынан тәжрибәле инструкторҙар етәкселегендә полигондарҙа әҙерлек үтәләр. Әммә тәжрибә алғы һыҙыҡта туплана. Хәҙерге дроноводтар әҙерлеклерәк. Улар йәшерәк тә, реакцияһы ла тиҙерәк. Мин бер нисек тә бер нисә йыл элек күк йөҙөн яулаған яугирҙарҙың кимәлен төшөрмәйем. Әммә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрен булдырыу — яңы алға китеш, тип танырға кәрәк. Беҙҙең рәттәрҙе гаджеттар, компьютерҙар һәм башҡа шундай ҡорамалдар менән бай тәжрибәгә эйә булған йәш белгестәр тулыландыра. Тәжрибә һәм йәшлек бер-береһен тулыландыра. Һөҙөмтәлә -  берҙәм эш итеү  өлгәшеү махсус хәрби операция бурыстарын үтәү өсөн ул, - тип бүлешә«Әхмәт».

Ул МХО-ла ҡатнашыуҙың үҙенә күп нәмәләргә икенсе күҙ менән ҡарарға өйрәтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яугир ғаиләһен - әсәһе Венераны, атаһы Михаилды, туғаны Русланды һәм кәләше Ольганы - ысын яратыуҙың нимә икәненә төшөнә.

— Мысли о родных придают мне силы. Их молитвы оказывают огромную поддержку. Вера в Бога живёт в сердце каждого солдата. Семья, вера и родная земля — это то, что придаёт человеку уверенности. Кстати, в январе я был в краткосрочном отпуске. Я поехал в Москву к Оле и сделал ей предложение на Красной площади под бой курантов. В следующий раз мы планируем сыграть свадьбу и обвенчаться, — рассказал «Ахмад».— Специальная военная операция — это борьба добра со злом. Она стала очищающей силой.Наше общество становится здоровой, с людей спадает шелуха, маски. Становится понятно, кто есть кто. И здорово, что хороших людей много. Очень благодарен предпринимателю из Октябрьского Руслану Нурееву. Он приобрёл и отправил на фронт много оборудования военного назначения, в том числе коптеры. В общем, хочу сказать тем, кто сейчас размышляет над тем, идти или не идти на СВО. Не сидите в соцсетях. Направьте свой ум и энергию на более нужное дело. Если вы уверенный пользователь современных технологий, то вступайте в ряды операторов БПЛА. И не беспокойтесь, они работают в отдалении от линии боевого соприкосновения, но уничтожают противника отважно и героически

- Туғандарым тураһында уйҙар миңә көс бирә. Уларҙың доғалары ҙур ярҙам күрһәтә. Аллаға ышаныу һәр һалдаттың йөрәгендә йәшәй. Ғаилә, иман һәм тыуған ер — ул кешегә ышаныс өҫтәй торған нәмә. Әйткәндәй, ғинуарҙа мин ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла инем. Мин Мәскәүгә Оля янына барып, Ҡыҙыл майҙанда куранттар һуҡҡан мәлдә тәҡдим яһаным. Киләһе ҡайтҡанда туй үткәрергә һәм никахлашырға ниәтләйбеҙ, — тип һөйләне «Әхмәт».— Махсус хәрби операция - ул яҡшылыҡ менән яуызлыҡ көрәше. Ул таҙартыу көсөнә әйләнә.Беҙҙең йәмғиәт сәләмәтләнә, кешеләрҙән ҡабыҡ, битлек төшә. Кем кем икәне аңлашыла. Яҡшы кешеләр күп булыуы ҡыуаныслы. Октябрьский эшҡыуары Руслан Нуриевҡа бик рәхмәтлемен. Ул фронтҡа хәрби тәғәйенләнештәге күп ҡорамалдар, шул иҫәптән коптерҙар һатып ала һәм ебәрә. Шулай итеп, хәҙер МХО-ға барырғамы, юҡмы икәнлеге тураһында уйланғандарға әйтергә теләйем. Социаль селтәрҙә ултырмағыҙ. Аҡылығыҙҙы һәм энергияғыҙҙы кәрәкле эшкә йүнәлтегеҙ. Әгәр һеҙ  заманса технологиялар менән ышаныслы ҡулланыусы икән, пилотһыҙ осоусы аппараттар операторҙары рәтенә баҫығыҙ. Һәм борсолмағыҙ, улар хәрби бәрелештәр һыҙығынан алыҫта, шулай ҙа дошманды батырҙарса юҡ итәләр,- тип йомғаҡланы хәрби.

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Telegramда «Башҡортостан пилотһыҙ ғәскәрҙәре системаларында хеҙмәт итеү» чат-бот эшләй башланы. Был виртуаль ярҙамсы Рәсәй Ҡораллы көстәренең пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү менән бәйле бөтә һорауҙарға яуап бирә.

Бынан тыш, контракт буйынса саҡырыуға арналған башбат.рф сайтында мәғлүмәт яңыртылды. Махсус операция зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн тәғәйенләнгән порталда хәҙер БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре тураһында мәғлүмәттәр бар.

Пилотһыҙ ғәскәрҙәр системаларында хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

 

  • Хәүефһеҙлектең юғары кимәле: БПЛА операторҙары хәрби бәйләнеш һыҙығынан алыҫ эшләй;
  • Хеҙмәттең срогы көйлө: контрактты бер йылға төҙөргә мөмкин, был уңайлы вариантты һайларға һәм хеҙмәттең үҙенсәлеген баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби хеҙмәткәр эштән китергә йәки яңы контракт төҙөргә хоҡуҡлыҘ
  • Белгеслекте һаҡлау: контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш икенсе һөнәргә йәки башҡа ғәскәр төрөнә күсереп булмай;
  • Тулы социаль пакет: контрактсылар ҡануниәттә ҡаралған бөтә түләүҙәрҙе, льготаларҙы һәм социаль гарантияларҙы ала.
  • Студенттар өсөн махсус шарттар: юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар контракт төҙөй, академик отпуск ала һәм хеҙмәттән һуң бюджетҡа кире ҡайта ала;
  • Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә түләү: дошмандың нөктәләрен уңышлы ҡыйратҡан өсөн 50 меңдән 500 мең һумға тиклем түләү ҡаралған.

БПЛА подразделениеларында хеҙмәт итеү тураһында өҫтәмә мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки 122 телефоны буйынса табырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас