Ул филиалдың яңы бинаһын ҡараны һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам саралары менән танышты.
«Бөгөнгө көн гуманлитар конвой ебәреү менән башланды һәм был ваҡиға бөтә эш программаһының кәйефен билдәләне. Һуңғы тапҡыр Минһажев урамындағы иҫке филиалда булдым, ә хәҙер – яңы филиалда. Бында барыһы ла күңел биреп эшләнгән. МХО-ла ҡатнашыусы булараҡ, килеүселәр өсөн дә, хеҙмәткәрҙәр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған, тип әйтә алам. Яҡты бүлмәгә килгәс, тейешле кәйеф барлыҡҡа килә һәм һәр яҡлаусы республикала уны хөрмәт итеүҙәрен, ҡәҙерләүҙәрен һәм уның хәстәрлеген һәм ярҙамын тойһон өсөн барыһын да эшләүҙәрен аңлай», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Александр Тихонов филиал хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу барышында.
Филиалда беренсел консультация, психологик ярҙам алырға, техник реабилитация саралары һәм адаптив кейем өлгөләре менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың туғандарынан ДНК өлгөләре алына.
Филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, өс йыл самаһы эшләү дәүерендә фонд командаһы ҙур дуҫ ғаиләгә әүерелде, унда башҡаларҙың проблемалары һәм ҡайғыһы юҡ, һәр ҡайһыһы ҡәҙерле һәм кәрәкле ҡунаҡ кеъек ҡаршы алына.
«Геройҙарыбыҙ һәм уларҙың ғаиләләре хәстәрлек, иғтибар тойһон, үҙҙәрен тормошҡа ашыра алһын, тормошта үҙ урынын тапһын һәм уңыштарға өлгәшһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Филиалда 120 социаль координатор эшләй, уларҙың өстән бер өлөшө – балаларыбыҙҙың әсәләре һәм ҡатындары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Уларҙың ҡайһы берҙәре яҡындарын юғалта, әммә башҡаларға ярҙам итеү өсөн көсөн һәм күңел йылыһын таба. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров беҙгә бүлгән яңы бинала беҙ һәр кем өсөн уңайлы шарттар булдыра алабыҙ. Беҙ бында саралар үткәрә, ветерандар менән осрашыуҙар ойоштора алабыҙ», – тине ул.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк башҡарма власть органдары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен, ярҙам сараларын алыу процесын цифрлаштырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Эш сәфәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ағзалары менән осрашыу менән тамамланды. БАащҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов 2025 йылдағы эш йомғаҡтары һәм 2026 йылға бурыстар хаҡында һөйләне. Михаил Блажевич, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, йыйылыусыларҙы ғәмәлдәге яугирҙарҙың табип-хәрби комиссия үтеү алгоритмы менән таныштырҙы. Шулай уҡ ветерандарҙы диспансеризациялау, эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡуҙғатылды.
«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы буйынса булдырылды. Уның төп маҡсаты - МХО ветерандарын һәм геройҙарҙың ғаилә ағзаларын шәхси оҙатыу. Фондтың белгестәре һәм социаль координаторҙары яҡлаусыларға медицина һәм социаль реабилитация менән генә түгел, ә ҡайтанан уҡытыуҙа һәм эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙам итә, юридик ярҙам күрһәтә, торлаҡты инвалидтар ихтыяждарына яраҡлаштыра һәм оҙайлы ваҡытҡа өйҙә тәрбиәләүҙе тәьмин итә. Фондты РФ оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева етәкләй. Фонд филиалдары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә эшләй.
Башҡортостандағы төбәк филиалы 2023 йылдың 1 июнендә үҙ ишектәрен асты. Эшләгән осорҙа филиалға 37 меңдән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән, 100 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән, уларҙың 96 проценты хәл ителгән.