Әбйәлил районынан «Спартак» — беренсе класлы дрон операторы. Зирәк аҡыл, техник оҫталығы һәм рух көсө уны замана армияһының алғы сигенә алып килә. Рәсәйҙә пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре булдырылды, һәм уның кеүек белгестәр — уларҙың ҡаҡшамаҫ, көслө таянысы. «Спартак» джойстик һәм и видеокамера ярҙамында Ватанды һаҡлай, ә киләсәктә уның уникаль тәжрибәһетыныс тормошта талап ителәсәк, тип яҙа "Әбйәлил"гәзите.
Яугир райондың бәләкәй ауылдарының береһендә тыуып үҫә. Магнитогорск төҙөлөш-монтаж техникумын тамамлай, машинист һөнәрен ала. Армия тәжрибәһен пехота ғәскәрҙәрендә ала.
2022 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, уны Рәсәй армияһы сафына мобилизациялайҙар. Хәрби әҙерлектән һуң уның фронт юлы башлана.
Бер ваҡыт разведка төркөмө командиры уға үҙен бөтөнләй яңы өлкәлә - БПЛА операторы сифатында һынап ҡарарға тәҡдим итә. «Спартак» инструктор менән бер ай буйына ялан шарттарында ентекле әҙерлек үтә һәм хәрби вахтаға баҫа. Ике йыл элек Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
Бындай эштә ниндәй сифаттар ярҙам итә тигән һорауға яугир былай тип яуап бирә:
«Беренсенән, оператор компьютер техникаһын аңларға тейеш, - ти. - Уның ҡул моторикаһы яҡшы үҫешкән булырға тейеш. Картографияла ориентирлашыу һәләте лә мөһим ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Шулай уҡ сыҙамлыҡ кәрәк. Шулай уҡ информатика, математика һәм инглиз теле буйынса яҡшы белемдәр кәрәк».
«Спартак» тың үҙ ҡағиҙәләре бар, ул уларҙы ҡәтғи үтәй: эш башланыр алдынан үҙенә ышанып тапшырылған техниканы һәм боеприпастарҙы ентекле тикшерә. Барыһы ла сәғәт кеүек эш итергә тейеш. Һуңынан оператор үҙ именлеген тәьмин итә һәм дежурлыҡҡа тотона: разведка алып бара, мәғлүмәт тапшыра, маҡсаттарҙы билдәләй һәм, кәрәк булһа, һөжүм яһай.
Уеың тураһында тулыраҡ "Әбйәлил"гәзите сайтында таныша алаһығыҙ.