

Дүшәмбенән йомаға тиклем улар Яңы Федоровка ауылының мәҙәниәт йортонда йыйылышып маскировкалау селтәрҙәре үрәләр. Әле улар 182-се маскировкалау селтәрен үреп бөттө.
- Сираттағы гуманитар конвой менән ете маскировка селтәре ебәрҙек, - ти изге эштәр етәксеһе Зинаида Васильева. - Альбина Иванова 39 окоп шәмен тапшырҙы. Бер нисә ҡатын берләшеп аҙыҡ-түлектәр менән посылка йыйҙы. Бынан тыш, ғәҙәттәгесә, гигиена әйберҙәре, йылы ойоҡбаш, таҫтамал һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ебәрелә.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҙа ситтә ҡалмай. Посылкаларға балалар ҡулы менән эшләнгән открыткалар, һүрәттәр, талисмандар һалынған. Уҡыусылар беҙҙең яугирҙарға ярҙам һүҙҙәре менән тулҡынландырғыс видео яҙҙырҙы.
Ауырғазылар Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙы үтәй һәм алғы һыҙыҡта яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүен дауам итә.