Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәр ваҡыт өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. Сөнки шулай беҙ фронтҡа ла ярҙам итәбеҙ. Берҙәмлектә көс.
- «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының мөһим бурысы - тыныс тормошҡа ҡайтҡан махсус операцияла ҡатнашыусыларға, һәләк булған геройҙарҙың һәм хәбәрһеҙ юғалғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.
- Яугирҙарға ҡайтҡандан һуң тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итәбеҙ - уҡытыу/ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу, торлаҡты яраҡлаштырыу, кәрәкле техник реабилитация саралары һәм адаптив кейем биреү аша. Шулай уҡ уларҙы райондың һәм республиканың йәмәғәт, мәҙәни һәм спорт тормошона йәлеп итеү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә.
- Геройҙарҙың ғаиләләре лә иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алынған - улар бушлай медицина һәм психологик ярҙам ала, шифаханаларҙа ял итә. Ауыл биләмәһе, район һәм республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп ителә.
- Тағы бер мөһим бурыс булып хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү тора. Фонд эҙләү карталарын эшләүҙә һәм ДНК-ны белеү өсөн биологик материал алырға ярҙам итә.
Һәр этапта яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән эшләгәндә битараф булмау һәм кешелекле булыу мөһим!