Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
13 Ғинуар , 13:00

Радий Хәбиров полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шаймуратов орденын тапшырҙы

12 ғинуарҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – мотоуҡсылар полкы командиры полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Радий Хәбиров полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шаймуратов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шаймуратов орденын тапшырҙы

12 ғинуарҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – мотоуҡсылар полкы командиры полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн юғары наградаға лайыҡ була.

Хәрби хеҙмәткәр Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

  • Фронтҡа һәм хәрбиҙәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Ә беҙҙең бурыс – Башҡортостан улдарын иҫән-һау ҡайтарыу, - тине Ринат Ибраһимов. - Яңы йылда бөтәһенә лә һаулыҡ һәм, иң мөһиме, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙөн теләйем. - Еңеү беҙҙә буласаҡ!

Офицер Радий Хәбировҡа боронғо рим ҡылысы гладиус рәүешендәге полк билдәһен бүләк итте.

- Үҙегеҙҙе һәм яугирҙарҙы һаҡлағыҙ. Граждандар тормошона ҡайтҡас, беҙҙең менән бергә республикала тыныс шарттарҙа эшләргә ваҡыт етер, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шаймуратов орденын тапшырҙы
Радий Хәбиров полковник Ринат Ибраһимовҡа генерал Шаймуратов орденын тапшырҙы
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас