Рух
+11 °С
Ясно
Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Декабря 2025, 05:15

Тыуған яҡ йылыһы: руханиҙар МХО зонаһына Яңы йылға посылкалар алып килде

Махсус хәрби операция зонаһына Башҡортостан яугирҙары өсөн яҡташтарынан посылкалар алып килделәр.

Добавить в предпочтительные источники Google

Дин әһелдәре Хәмзә Хафизов менән Виктор Иванов тағы ла махсус хәрби операция зонаһына килде. Улар гуманитар ярҙамды шәхсән тапшырҙылар. Беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәренән, йылы кейемдәрҙән һәм башҡа күп әйберҙәрҙән тыш, яугирҙарға бүләктәр ҙә алып килгәндәр. Мәҫәлән, "Айыу" позывнойлы яугирға һәм уның иптәштәренә ҡаҙ ебәргәндәр.

- Һин штурмдаһың, ваҡытында йүнләп йыуынырға ла, ял итергә лә өлгөрмәйһең, - тип барлыҡ хәрбиҙәргә мөрәжәғәт итте Хафизов. - Беҙ Виктор менән (протоиерей Виктор Иванов) һеҙҙең менән шул тиклем осрашырға һәм Яңы йыл байрамына ҡаҙҙы тапшырырға теләнек. Хоҙай ҡушып, Яңы йылдан һуң да күрешергә яҙһын. Иҫән-һау булығыҙ! Өйҙәрегеҙгә имен ҡайтыу насип булһын! Амин!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас