Балалар яугирҙарыбыҙға хисле, тулҡынландырғыс хаттар яҙған, уларҙа изге теләктәр, ихлас һүҙҙәр урын алған. Ата-әсәләр ярҙамы менән газ баллондары һәм салфеткалар ҙа һатып алып әҙерләгәндәр.
Балалар араһында аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар. Улар иҫән-һау ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһын, ғәзиздәрен йылы ҡосаҡтарына алып, уларға терәк булһындар
Уҡытыусылары һәм ата-әсәләре был кескәйҙәр йөрәгенә изгелек орлоҡтары һалып, уларҙы ҡайғыртаусанлыҡ, һөйөү, туғанлыҡ тойғолары тәрбиәләүҙәре бик тә мөһим һәм әһәмиәтле. Ысын илһөйәрҙәр үҫә
Тик илебеҙҙә тыныслыҡ булып, балалар тыныс күк йөҙө аҫтында йәшәһен ине!