«Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостанда бөтә муниципалитеттарҙа 120 социаль координатор эшләй, һәм был тәжрибә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, тип билдәләне.
– Фонд бүлексәләре селтәрен киңәйтеү - ул ветерандарҙың һорауҙарына оператив яуап биреү, уларға кәрәкле консультация, юридик һәм психологик ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге. Бынан тыш, бүлексәләр ойоштороу урындағы власть органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр менән эште һөҙөмтәлерәк көйләргә мөмкинлек бирәсәк, – тип хәбәр итте Гөлнур Ҡолһарина.
Рәсәйҙә ике йыл ярым эшләү дәүерендә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ветерандар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн комплекслы ярҙамдың «берҙәм тәҙрәһе» нә әүерелде һәм 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәтте эшкәртте, уларҙың 96% - тан ашыуы ыңғай хәл ителгән. Өҫтөнлөклө бурыстар араһында диспансеризация, документтарҙы оператив рәсмиләштереүҙә һәм алыуҙа ярҙам итеү, эшкә урынлаштырыу, шулай уҡ хәрби хеҙмәт ветерандарына һәм һәләк булған яҡлаусыларҙың ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү ҡала. Был хаҡта «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Күҙәтеү советы ултырышында хәбәр иттеләр.Унда Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова, статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко үҙенең сығышында, МХО ветерандары һәм уларҙың яҡындары фондтың һөҙөмтәле эшләүен билдәләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- «Халыҡ фронты» үткәргән һорау алыуҙарға ярашлы, ветерандарҙы социаль координаторҙар менән тәьмин итеү хәле яҡшырҙы. 2025 йылда уларға социаль координатор беркетелгәнлеге тураһында хәбәр иткән ветерандарҙың өлөшө 11 пунктҡа артты һәм 87 процентҡа етте. Һорау алған ветерандарҙың 80 проценты координаторҙарҙың эшен юғары баһалай, - тип һөйләне Сергей Кириенко.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды рәйесе Анна Цивилева фондтың ауыр яраланған, әммә Рәсәй оборона министрлығында хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән МХО ветерандарына ярҙам күрһәтеүҙе киңәйтеү тураһында инициатива менән сығыш яһаны.
- Ғәмәлдәге инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәр эштән бушатылған ветерандар менән бер рәттән дәүләттән ярҙам саралары ала аласаҡ, тип күҙаллана. Улар араһында: техник реабилитация саралары, шул иҫәптән юғары технологиялы спорт протездары, ҡул менән идара ителгән автомобилдәр, адаптив кейем, Шулай уҡ торлаҡ биналарҙы яраҡлаштырыу, Рәсәй Социаль фонды биргән электрон сертификатҡа өҫтәмә түләү, медицина изделиелары һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү, – тип өҫтәне Анна Цивилева.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды Рәсәйҙә 2023 йылдың апрелендә Владимир Путин Указы буйынса ойошторолдо. Маҡсат- МХО ветерандарын һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итеү.