Улар Запорожье өлкәһенә икеләтә миссия менән юлланды – Матбуғат йортонан, Өфөнөң 21-се лицейынан, туғандарынан һәм яҡындарынан гуманитар ярҙам килтерергә, шулай уҡ коллегаларыбыҙ – мобилизацияланған һәм башҡа яҡташтарыбыҙ – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашырға.
Яугирҙарға ҡорамалдар һәм төҙөлөш материалдары, Өфө журналистары ҡулы менән әҙерләнгән сәк-сәк, балалар хаттары, медикаменттар, китаптар, яңы матбуғат, шәхси посылкалар тапшырылды.
- Ошо көндәрҙә беҙҙе мобилизацияға теүәл өс йыл тулды. Тыуған республикабыҙға, яҡташтарыбыҙға беҙҙең хаҡта уйлағанығыҙ өсөн рәхмәт. Балаларҙың хаттарын тетрәнеп уҡыйбыҙ, тыуған йорттоң еҫен тоябыҙ, эш араһында башҡорт тәм-томдары менән сәй эсәбеҙ, ҡулдарыбыҙҙа гәзит-журналдар тотабыҙ, әсәләрҙән посылкалар алабыҙ. Һеҙҙең хәстәрлегегеҙ һәм йылылығығыҙ беҙгә ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә ярҙам итә. Бөтә яугир-яҡташтарыбыҙҙан Башҡортостанға ҙур сәләм, - ти саҡырыу ҡағыҙы менән мобилизацияланған Уҡытыусы позывнойлы яугир.
Танк батальонының ремонт взводы командиры Меркурий позывнойлы яугир беҙҙең яугирҙарҙың хәрби, эшсән кәйефтә булыуын һөйләне:
- Яҡташтар менән осрашыуға һәм тыуған ил посылкаларына һәр ваҡыт шатмын. Беҙҙең егеттәр бик яҡшы, намыҫлы эшләй. Башҡортостанға - Республика Көнө менән сәләм һәм ҡотлауҙар!
Журналистар Днепрорудное ҡалаһының «Горняк» спорт мәктәбенә лә барҙы. Бында өлкә Рәсәй Федерацияһына ҡушылғандан һуң бокс залы тулыһынса яңыртыла, спортсылар бөтә кәрәкле экипировка менән тәьмин ителә, шулай уҡ уҡсылар тиры асыла. Спорт мәктәбе директоры Андрей Захаров һүҙҙәренсә, балалар бында ГТО нормаларын тапшырырға һәм армияла хеҙмәт итергә әҙерләнә.
Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков тирға ике яңы пневматик винтовка бүләк итте.
- Балаларыбыҙ хаҡында ҡайғыртҡандары өсөн ҙур рәхмәт! Күнекмәләр ваҡытында беҙ малайҙарҙы ысын ир-егеттәр булырға өйрәтәбеҙ. Был эштә беҙгә хәрбиҙәр ҙә, шул иҫәптән Башҡортостан да ярҙам итә. Ваҡыт-ваҡыт бергәләп күнекмәләр үткәрәбеҙ, унда улар тәжрибә уртаҡлаша, һорауҙарға яуап бирә, Үҙ миҫалында Ватанға тоғролоҡтоң нимә икәнен күрһәтә. Бындай хеҙмәттәшлек баһалап бөткөһөҙ, сөнки бөгөнгө уҡыусыларыбыҙ – Рәсәйҙең буласаҡ яҡлаусылары. Беҙ ышанабыҙ, уларға ҡулдарына ҡорал алып, ил мәнфәғәттәрен яҡларға тура килмәйәсәк, һәм улар бары тик һаҡ аҫтында торасаҡ. Еңеү беҙҙә буласаҡ! Һис шикһеҙ! - тине Андрей Захаров.