Рух
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
9 Октябрь 2025, 14:45

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға - яңы протез

«Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең «Өфө» филиалына коляскала киләләр, инвалид коляскаһында алып киләләр, Ә Благовещен ҡалаһынан хәрби хеҙмәт ветераны Юнир Камалетдинов бында «тимер ат»та килә. Юнир яуаплы, ярҙамсыл, изге күңелле егет, 6-сы разрядлы универсал токарь. Мотоцикл - уның йәшәү рәүеше. Күпме хәтерләй, шул тиклем йөрөй. Махсус хәрби операция Юнир тормошона үҙ төҙәтмәләрен индерә - Бахмут йүнәлешендә хәрби бурысын үтәгәндә ул минала шартлай һәм аяғын юғалта. «Мәскәү протез -ортопедия предприятиеһы»ның «Өфө» филиалында Юнир Камалетдиновҡа яңы заманса протез - микропроцессорлы идара итеүсе (тышҡы сығанағы булған) аяҡ менән бот протезы эшләйҙәр.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға - яңы протез

Юнир әйтеүенсә, протезда аяҡһыҙ йөрөүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.

  • Ябай протезда ҡыйыныраҡ булды. Быныһында үҙемде уңайлыраҡ тоям. Мотоцикл менән идара итеү еңелерәк, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты МХО ветераны.

Юнир Камалетдиновҡа протездар алырға «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды ярҙам итә. Благовещен ҡалаһында филиалдың социаль координаторы Елена Фоменко менән Юнир даими хеҙмәттәшлек итә.

  • Быларҙың барыһын да фонд иҫәбенә алдым. Шылтыратыуымды көтмәйҙәр, ә үҙҙәре шылтыраталар, хәлдәрҙе белешәләр. Әгәр яңы нәмә килеп сыҡһа, улар шунда уҡ хәбәр итә, – тип асыҡлыҡ индерҙе Юнир.

Хәҙерге протездарҙы заманса ныҡлы материалдарҙан эшләйҙәр, шуға күрә ҡулланыусының әүҙемлек кимәле юғары булырға мөмкин. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, фонд эҙмә-эҙлекле рәүештә МХО ветерандарын реабилитациялауҙың комплекслы системаһын төҙөй, шул иҫәптән ампутация мәсьәләһендә лә. Был яугирҙарға әүҙем тормош лып барырға, эшләргә, спорт менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә.

- Башҡортостанда беҙ юғары технологиялы изделиелар менән протезлау, психологик ярҙам, протез алды диагностикаһы һәм медицина реабилитацияһы алыу, шулай уҡ протездар ҡулланырға өйрәнеү мөмкинлеге булған протез предприятиелары менән эшләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Гөлнур Ҡолһарина. «Мәскәү протез-ортопедия предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәтенең «Өфө» филиалында яңы ватан һәм сит ил технологик эшләнмәләре файҙаланыла. Бөтә изделиеларҙың сифаты тейешле сертификаттар, теркәү танытмалары һәм санитар-эпидемиологик һығымталар менән раҫланған.

«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға -  яңы протез
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды республика филиалы иҫәбендә тороусыға - яңы протез
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас