Фондтың социаль координаторҙары ветерандарға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына, һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренә һәм тол ҡатындарына кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә, ғәмәлдәге ярҙам сараларын алырға, һаулығын нығытырға, ҡайтанан уҡытыу үтергә һәм тыныс тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. Фондта тороусыларҙың 50-гә яҡыны – иң тыныс һөнәрҙәрҙең береһенә эйә -уҡытыусылар, мастерҙар, тренерҙар. Бөгөн беҙ уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында һөйләйәсәкбеҙ.
Күмертауҙан Иван Барышев үҙенең тормошон уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән бәйләргә ниәтләй һәм Күмертау педагогия колледжына уҡырға инә. Ваҡытлы хеҙмәтте махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәрҙә үтә. Күнекмәләр, йыйылыштар, ялан күнекмәләре - армия тормошоноң ғәҙәттәге ғәмәлдәре. 2022 йылда ул махсус хәрби операцияға юллана - уның характеры һәм әхлаҡи ориентирҙары уға ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкинлек бирмәй.
Иван Барышев участвовал в боях на Донецком, Запорожском и Луганском направлениях в должности старшего наводчика (артиллерийские войска).
Иван Барышев Донецк, Запорожье һәм Луганск йүнәлештәрендәге алыштарҙа өлкән наводчик (артиллерия ғәскәрҙәре) вазифаһында ҡатнаша. Өйөнә ҡайтҡас, тыуған 10-сы мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Хәҙер ул - Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы ҡарамағындағы кадет ротаһы кураторы, кадет кластары уҡыусыларының физкультура һәм махсус предметтар уҡытыусыһы. Уның етәкселегендә балалар строевой, ҡорал менән эш итеү һәм медицина әҙерлеге менән шөғөлләнә, хәрби-патриотик ярыштарҙа һәм күрһәтмә сығыштарҙа ҡатнаша.
***
Сибайҙан Илмир Теләүсин - юғары квалификация категориялы технология уҡытыусыһы. Ул кандидатлыҡ яҡларға ниәтләй, ғилми журналдарҙа мәҡәләләр баҫтыра. Махсус хәрби операция башланыу Илмирҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә. Хәрби тәжрибә тиҙ килә. Артемовск йүнәлешендә хәрби хеҙмәтен БМП-2 оператор-наводчигы вазифаһында үтә, «Уҡытыусы» позывнойлы яугир наводчиктарҙан штурмлау төркөмөнә күсерелә.
Штурмлау төркөмө составында Илмир Теләүсин яралы хәрбиҙәргә бер нисә тапҡыр беренсе медицина ярҙамы күрһәтә, уларҙы хәүефһеҙ зоналарға эвакуациялай, навигатор функцияларын үтәй, килгән төркөмдәрҙе осрата һәм ориентирлай, «һоро зоналарҙа»разведка хәрәкәттәре үткәрә.
2023 йылдың сентябрендә Клещеевка районында яраланған иптәшен ҡотҡарыу буйынса хәрби бурысты үтәгәндә ике өҫкө аяғы ла ауыр яралана. Уны хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табалар. Ватанды һәм дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнә.
Демобилизациянан һуң Илмир Теләүсин элекке эшенә ҡайта. Технология уҡытыусыһы даими рәүештә белем биреү учреждениеларына саҡырыуҙар ала, унда уҡыусылар менән әңгәмәләр үткәрә һәм махсус хәрби операциялағы ваҡиғаларға арналған шиғырҙарын уҡый.
***
Сибай егете Сергей Ипатов бала саҡтан спорт менән дуҫ булған, бәлки, шуға күрә спорт, дөрөҫөрәге, тренерлыҡ эше хәҙер ҙә уның тормошонда ҙур урын биләй.
Дрондарҙың һөжүме ваҡытында ауыр яралана. Яңынан йөрөргә өйрәнә. Ҡатыны эргәһендә була бөтә нәмәлә лә ярҙам итә.
2025 йылдың ғинуарында яраланыу сәбәпле отпускҡа ҡайта. Ветеранды тыуған мәктәбенә осрашыуҙарға, кадетлыҡҡа бағышлауға һәм Батырлыҡ дәрестәренә саҡыралар. 2025 йылдың сентябрендә хәрби хеҙмәттән бушатылғандан һәм операциянан һуң элекке эшенә – мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта.