Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
27 Июнь 2025, 09:32

Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Ауырғазылар, һәр ваҡыттағыса, яугирҙәрҙең үтенесе буйынса берҙәм булып, гуманитар ярҙам әҙерләне. 

Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Беҙҙең райондан МХО зонаһында яҡташтарыбыҙ өсөн сираттағы гуманитар ылау юлланды. Алты кешенән торған делегацияны муниципалитет хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов етәкләне. Һәр ваҡыттағыса, ауырғазылар йәнә беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеп, уларға кәрәкле бөтә нәмәне йыйҙы.
 
Ике автомобилде тейәнеләр. Бишҡайын ауылынан Виктор Евстафьев - «Нива» тапшырҙы, ә «буханка» УАЗ-ды - Зиләүир Мәҡсүтов («Дружба» АХК) тапшырҙы. Бынан тыш, гумконвой составына РЭБ станциялары, техника өсөн запчастәр, бензогенераторҙар, маскировка селтәрҙәре, медикаменттар, шәхси посылкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ ингән.
 
«Был конвойға ысын күңелдән ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт!Һеҙҙең ярҙамығыҙ яугирҙарҙа ышаныс уята һәм уларға киләсәгебеҙ өсөн көрәшергә көс бирә торған ҡеүәтле көс», - тип ихлас рәхмәт һүҙҙәрен яҙҙы Арыҫлан Нәзир улы социаль селтәрҙәрҙә.
 
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Башҡортостандың Ауырғазы районынан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас