Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар советы Луганск госпиталенә 100 пакет оҙата

Ауырғазы районының ҡатын - ҡыҙҙар советтары МХЩ-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса эштәрен бер көнгә лә туҡтатмай - был уларҙың төп эш йүнәлеше булып ҡала.

Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар советы Луганск госпиталенә 100 пакет оҙата
Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙар советы Луганск госпиталенә 100 пакет оҙата

20 майҙа Луганск хәрби ялан госпиталендәге яралы яугиҙарға ебәреү өсөн 100 шәхси пакеттар әҙерләнде.  Уларҙа ойоҡбаштар, эске кейемдәр, футболкалар, триколар, ирҙәр күлмәге, һабын, теш пастаһы һәм щеткаһы, тапочкалар, сланцылар, шампунь, дезодорант, тәмлекәстәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һалынған. Бынан тыш, егеттәргә юрғандар, простынялар, йылы ойоҡтар, ябай носкилар, медикаменттар оҙатыласаҡ.

 

- Беҙ Ауырғазы районының ҡатын-ҡыҙҙар советтарына рәхәтлебеҙ. Госпиталь өсөн гуманитар ярҙҙам, транспорт сығымдары өсөн аҡса йыйыу тиҙ барҙы. Яҡын арала посылкаларҙы тейәп, Луганск госпиталенә ярҙам менән машиналарҙы оҙатасаҡбыҙ, - тип яҙҙы район Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нелли Сидорова.

Фото һәм видео: Ауырғазы районы ҡатын-ҡыҙҙар советының социаль селтәрҙәренән.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас