Күптән түгел Мәсәйле ауыл советынан ике инвалид коляскаһы, өс пар ҡултыҡ таяғы, яҡын араға йөрөү өсөн ике медицина ҡулайламаһы (ходунки), ете маскировкалау селтәре, медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек килтереп тапшырҙылар.
Шулай уҡ Нуғаҙаҡ ауыл советынан да биш маскировкалау селтәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек килтерҙеләр. Барһы ла был әйберҙәрҙең мөһимлеген аңлап тора.
Хатта балалар ҙа ситтә ҡалмай. Талбазы ауылынң 2-се мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ла штабҡа килгән. Улар ҙа медикаменттар һәм аҙыҡ-түлек тултырылған посылкалар, хаттар алып килгән.
Тиҙҙән райондан сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ. Барлыҡ посылкалар ҙа яҡташтарыбыҙға тапшырыласаҡ.
Ярҙам төрлөсә була. Талбазы ауылының «Афродита» бөҙрәханаһы ҡыҙҙары ла Бөтә донъя хәйриә сәс киҫеү көнөнә ҡушылып, салонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына, тыл ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә бушлай сәс киҫтеләр. Акция Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Салон етәксеһе Антонида Волкова әйтеүенсә, улар йыш ҡына төрлө хәйриә акциялары ойоштороп торалар.
Волонтерский штаб Аургазинского района яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға рәхмәт белдерә:
Беҙ, ирекмәндәр, үтенестәребеҙҙе ишетеп, ярҙам һорап яҙған постарыбыҙҙы уҡып һәм йыйымдарҙың мөһимлеген аңлағанға, беҙгә ышанғандары өсөн нисек шатланыуыбыҙҙы һүҙ менән генә әйтеп бөтөрөрлөк түгел.
Беҙ битараф булмаған, мөһим һорауҙарҙы үтәүгә ҙур аҙым яһарға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ.
Һәр кемдең хыялдары бар... Улар төрлө: ҙур һәм бәләкәй, етди һәм бик үк етди түгел.
Шуларҙың араһында иң ҡәҙерлеһе лә бар. Һәм бөгөн ул бөтәһенә лә бер: БЕҘ ЕРҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ КӨТӘБЕҘ ҺӘМ ЕҢЕҮГӘ ЫШАНАБЫҘ!
Әммә һуғыш тамамланмайынса, беҙ яҡташ яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә бурыслыбыҙ!”