

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының күп балалы ғаиләһенә ярҙам итеүгә ирекмәндәр ихлас ҡушылды. Уның баҡсаһын ҡырҡылған ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартырға кәрәк ине.
Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе активистары, күп профилле колледжды студенттары “Сокол” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Алик Якунин һәм директорҙың тәрбиәүи эш буйынса кәңәшсеһе Эльвира Йәнсаева менән бергә ярҙам итеү йөҙөнән берҙәм тотондо.
Бөтә ботаҡтарҙы, сүп-сарҙы йыйып, бер арба тултырып ҡуйҙылар. Әлбиттә, эштән һәм дәрестәрҙән һуң ваҡыт күп түгел, тағы ла эш ҡалды ләе.
"Беҙҙең уртаҡ эшебеҙ - ярҙам итеү һәм изге эштәр башҡарыу!",- тип билдәләне ғаиләгә ярҙам күрһәткән ирекмәндәр.
“Беҙ ирекмәндәргә әүҙем тормош позицияһы, ярҙамсыллыҡ һәм хеҙмәт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ!” – тип, Ҡатын-ҡыҙҙар советы социаль селтәрҙәр аша ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.