Гумконвой Донецк һәм Луганск йүнәлешендәге хәрбиҙәргә барҙы.
Егеттәр ауырғазыларға сәләм тапшыра һәм ярҙамдары өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтә.
Улар УАЗ автомобиле, бензогенераторҙар, автомобилдәргә запас частар, автомайҙар, шиналар, төҙөлөш ҡоралдары, маскировка селтәрҙәре, рациялар, ФПВ дрондары һәм исемле посылкалар алды.
- Яугирҙар беҙҙең ярҙамға мохтаж, шуға күрә гуманитар ярҙам йыйыуҙы туҡтатмайбыҙ. Яҡташтар менән даими рәүештә хакимиәт тә, ирекмәндәр ҙә бәйләнештә тора. Бөтә вайымһыҙ булмаған ауырғазыларға, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәренә ярҙамсыллыҡтары һәм патриотизм өсөн рәхмәт! Еңеү беҙҙә буласаҡ! - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ауырғазы районынан хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтергә теләүселәр өсөн Һаҡлыҡ банкының Баев Григорий Петрович исеменә 2202 2036 0715 9292 һанлы банк картаһы асылды (карта номеры буйынса ғына күсерергә).
Элемтә өсөн телефон 8-999-131-81-50 (карта беркетелмәгән).