Рух
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Март 2025, 14:11

Башҡортостан - МХО-ға ярҙам итеү өлгөһө булып тора

«Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» Мәскәүҙә «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Махсус хәрби операцияға булышлығы» тип аталған доклад менән таныштырҙы. Ул илебеҙ төбәктәренең махсус операцияға ярҙам итеүгә бәйле эшмәкәрлеген баһалау йәһәтенән тәүге күләмле тикшереүҙәр һөҙөмтәһе булды. Беҙҙең республика был рейтингта өсөнсө урынды яуланы. Эксперттар бының сараларҙың комплекслы һәм системалы булыуы арҡаһында өлгәшелеүен билдәләй. Радий Хәбиров етәкселегендәге идара итеү командаһы эште һөҙөмтәле ойоштора алды. Башҡортостан тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуялар.

Башҡортостан - МХО-ға ярҙам итеү өлгөһө булып тора
Башҡортостан - МХО-ға ярҙам итеү өлгөһө булып тора

Фронттағыларға ярҙам итеү – изге бурыс

«Башҡортостан үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай» саҡырыуы күптән киң таралыу алды. Фронтта Башҡортостандың үҙ егеттәре хаҡында хәстәрлек күреүен, һәр ваҡыт кәрәкле әйберҙәр туплап гуманитар ярҙам ебәреүен беләләр, ә яугирҙәрҙең ғаиләләре бер нимәгә лә мохтаж түгел. Башҡортостандың фронтҡа һәм яугирҙәргә ярҙамы – илдә иң яҡшыларҙың береһе, тип билдәләй күп кенә хәрби хәбәрселәр.

2022 йылда тәүгеләрҙән булып гумконвой ебәрелгән, ә бөгөнгә уларҙың һаны 144-кә еткән. Бынан тыш, бөтә республиканан предприятиелар, муниципалитеттар, битараф булмаған кешеләр алғы һыҙыҡҡа кәрәкле посылкалар ебәрә. Райондарҙан башлыҡтар барыһы ла Донбассҡа барып, яҡташтарының хәл-әхүәлен белешеп тороуын дауам итә. Башҡортостан гуманитар ярҙам ташыуҙың үҙ системаһын булдырған: ЛХР-ҙа республиканың логистик үҙәге эшләй, алып барылған ярҙам заявкаларға һәм ихтыяжға ҡарап бүленә.

Табиптарыбыҙ ҙа сиратлап хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға ла, урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә бара, теш дауалау өсөн заманса стоматология модуленә тиклем алып барылған. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар отрядтары МХО биләмәһендәге хәрби госпиталдәрҙә яралыларҙы ҡарарға ярҙам итә.

Ғаиләләр иғтибарһыҙ ҡалмай

Тылда МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы булдырылған, улар иҫәбендә – шифаханаларҙа бушлай дауаланыу, балаларға белем биреү, ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, көнкүреш проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам һәм башҡалар. Бер генә хәрбиҙең дә ғаиләһе иғтибарһыҙ ҡалмаған.

Радий Хәбиров был эштәрҙе үҙе контролдә тота, бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барҙы, алғы һыҙыҡта яугирҙәрҙең шатлыҡ-хәсрәттәре тураһында белеү өсөн улар менән даими аралаша.

Контракт хеҙмәтенә ҡабул итеү нисек ойошторолған

Башҡортостан контракт хеҙмәтенә ҡабул итеүҙе ойоштороу, шулай уҡ халыҡ менән патриотик, аңлатыу эштәре алып барыу буйынса өлгө булып тора. Мобилизация әҙерлеген яҡшы ойоштороу эштәрҙе ыңғай башҡарырға ярҙам итте, ә һуңынан республикабыҙ илебеҙҙе яҡларға әҙер булыуын эш менән иҫбатланы. Республикала доброволецтар иҫәбенә хәҙер инде билдәлелек яулаған Салауат Юлаев, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальондары, һуңынан «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы ойошторолдо.

Тыныс тормошҡа яраҡлашыуға ярҙам ҙур

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу системаһы әүҙем үҫтерелә. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы ҙур эш башҡара. Башҡортостанда фондтың эшен ойоштороу тәжрибәһе, атап әйткәндә, бер юлы бер нисә ҡалала ярҙам үҙәктәре асыу – үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алым, шуға күрә уны башҡа төбәктәргә лә таратырға ниәтләйҙәр. Был турала Оборона министры урынбаҫары, дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева белдерҙе.

«Геройҙар ваҡыты» федераль проекты өлгөһөнә эйәреп, республикабыҙҙа «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы эшләй башланы. Ошо программаға ярашлыМХО-ла ҡатнашыусылар араһынан төрлө кимәлдәге предприятиеларҙа, ойошмаларҙа, власть органдарында эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәктәр. Тәүге аҙнала уҡ меңгә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдереп ғариза биргән. Был проекттың ихтыяжлы булыуы хаҡында һөйләй. Радий Хәбиров беренселәрҙән булып хәрби бурыстарын үтәү барышында уңыш ҡаҙанған МХО яугирҙәрен яуаплы вазифаларға тәғәйенләй башланы һәм киләсәктә лә быны эшләүен дауам итәсәген белдерҙе. Был  программала ҡатнашыусы бер нисә егеттең үҙе дәүләт идаралығы нескәлектәренә өйрәтәсәк.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас