Азат Баязитов Һәм Салауат Исламов махсус операция башланғандан алып фронт зоналарында командировкаларҙа эшләй. Улар иҫәбендә клиник үлем менән бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙан алып яугирҙәргә тиклем тиҫтәләгән ҡотҡарылған ғүмерҙәр бар. Шундай сәфәрҙәрҙең береһендә ошондай хәл була.
Исламов янбашында ярсыҡ ҡалған яугирҙе ҡабул итә. Рентген ҡурҡыныс күренеште күрһәтә – тәндә снаряд! Бөтә персонал эвакуациялана, ҡамау ҡуйыла. Саперҙар күҙәтеүе аҫтында операция башлана. Беҙҙең табиптарға тулы ҡеүәтенә операция яһарға рөхсәт ителмәй, сөнки улар хәрби табиптар түгел, страховкаланғандар.
Снарядты алалар, бер нисә минуттан һуң ул операция өҫтәленән өс метр алыҫлыҡта шартлай, пациенттан башҡа бөтәһен дә яралай. Шартлауҙың сәбәбе - организмдағы химик реакциялар, снаряд теләһә ҡайһы ваҡытта шартларға мөмкин булған. Организмға эләккәс, башҡа тимер предметтар кеүек, снаряд ҡан менән бәйләнештә окисләнә. Уны сығарғас, кислород менән реакция барлыҡҡа килгән һәм шартлаған, тип аңлаталар табиптар. Әлбиттә, ул операция ваҡытында ла булыуы ихтимал булған. Бәхеткә күрә, был операциянан һуң ғына була. Ләкин табиптарҙың бар маҡсаты яугирҙе ҡотҡарыу була, шуға күрә бындай хәл тыуасағы тураһында уйлап тормайҙар.
Владимир Путин Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының анестезиолог-реаниматологы Азат Баязитовты һәм травматолог -ортопед, доцент Салауат Исламовты II дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.