Рух
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 12:05

«Геройҙар ваҡыты» федераль проектын киңәйтелә

Владимир Владимирович Путин төбәктәргә «Геройҙар ваҡыты» федераль проектын киңәйтеү бурысын ҡуйҙы. 

«Геройҙар ваҡыты» федераль проектын киңәйтелә
«Геройҙар ваҡыты» федераль проектын киңәйтелә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәр аша белдерҙе. "Президенттың йөкләмәһен үтәйбеҙ. Беҙҙең республика программаһы «Башҡортостан геройҙары»тип аталасаҡ. Февралдә уның старты тураһында иғлан итәсәкбеҙ-төп контурҙар әҙер, һуңғы һыҙаттар ҡалды.

Был программа сиктәрендә республиканың дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, ойошмаларында һәм предприятиеларында эшләү өсөн махсус операцияла ҡатнашыусылар араһынан юғары квалификациялы идарасылар әҙерләйәсәкбеҙ. Яугирҙәребеҙҙең профессиональ һәм шәхси тәжрибәһе, уларҙың компетенциялары Башҡортостанға һәм бөтә илгә бик кәрәк", - тип яҙҙы ул.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: