«Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙам фонды филиалы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина килде. Ул ирекмәндәр менән аралашты. Шулай уҡ Мораҙым ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡунаҡта булды. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ш.Г. Мөсәғитов штабтың йыш ҡунағы. Бында ҡыҫҡа ваҡытлы отпускҡа ҡайтҡан яугирҙар ҙа булды, ә «Кувалда» (Карюков Фидан) ҡушаматды яугирға тағы ла 5 маскировкалау селтәре тапшырылды. Яугирҙар ирекмәндәргә эшләгән эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Рәмил Асылов райондың ил һаҡсылары ветерандарынан ирекмәндәргә 15000 һум күләмендә финанс ярҙамы күрһәтте, уны «Алтын йәш» клубына - 10000 һум һәм «Әхирәттәр» клубына - 5000 һум бүлделәр. Барлыҡ аҡсалар маскировкалау селтәрҙәрен үреү өсөн материалдар һатып алыуға йүнәлтелә. Бөгөнгө көнгә ауылдың ирекмәндәре һәм битараф булмаған халҡы 2024 йылдың 20 мартынан 2025 йылдың 29 ғинуарына тиклем 237мең һум аҡса йыйылған. 207 мең һумлыҡ суммаға үреү, окоп шәмдәре эшләү, шулай уҡ ҡоро армия душ яһау өсөн материалдар һатып алынған.
Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Нелли Сидорова башланғысы менән 2023 йылдан алып мскировкалау селтәрҙәре үрелә. Улар өсөн нигеҙ менән Григорий Баев тәьмин итә, Уның менән ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт бәйләнештә, ниндәй төҫтәр үрергә кәңәштәр бирә. Ветерандар советы рәйесе Риф Рафиҡовҡа ҙур рәхмәт, ул да материалдар килтерә, ирекмәндәрҙе эштән һуң ҡайтарып ҡуя.
#Своих не бросаем #Аургазинский район #клуб "Золотой возраст".