Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
17 Декабрь 2020, 13:00

Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла...

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына китеп, ғаиләһенә хәбәрһеҙ юғалды тигән ҡара ҡағыҙ килгән Назаров Зәйнулла Лотфулла улының Тверь өлкәһе Дудово туғандар ҡәберлегенә ерләнеүе тураһында билдәле булды.

Һалдаттың ейәнсәре Римма Хәмит ҡыҙы Ильясова Хәтер сайтынан эҙләп тапты был мәғлүмәтте. 2017 йылдың сентябрь айында улар энеһе Хәлил Ильясов менән олаталары ерләнгән урынға зыярат ҡылдылар.
Фәнисә Зәйнулла ҡыҙының фатирында Ҡөрьән аяттары яңғырай бөгөн. Ул атаһы рухына Ҡөрьән уҡыта. Тыныслыҡ, һиллек уның йортонда. Ә Фәнисә ошо тәъҫиренән әҫәрләнеп бер нөктәгә төбәлгән...
Ябай ғына крәҫтиән ғаиләһе булған Ҡәнифә һәм Зайнулла Назаровтар ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм бер малай донъяға килә. Кесе ҡыҙҙары тыуғас беҙҙең өләсәйебеҙ ҡаты сирҙән мандый алмай үлеп китә. Шулай итеп береһенән береһе бәләкәй 4 бала әсәй наҙынан мәхрүм ҡала, был фажиғәғә ярты йыл да үтмәй, илдә һуғыш башланып, ғәзиз аталарынан да ҡала улар. Хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр генә килә... Өләсәләре Фәрхиямал тәрбиәһендә үҫә балалар. Ул йылдарҙың бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә татынылар әсәйҙән дә, атайҙан да ҡалған 4 бала. Хәҙер инде улар, ҙур тормош юлы үткән, балалар тәрбиәләп үҫтергән, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй-олатай булып ултырған оло быуын кешеләре. Ә бына аталарының фотоһүрәте һәр береһендә ҡәҙерләп һаҡлана. Ошо көнгәсә улар матур Ҡөрьән аштары әҙерләп, ата-әсәләре рухына хәйер-фатиха ҡылып килделәр.
...Шул дүрт бала араһында иң өлкәне булараҡ, ҡәнәғәт Фәнисә әбейебеҙ үҙҙәренең тормошонан. Бик ҡәнәғәт. Тик энеләре Һаҙыйҙың эргәләрендә юҡлығы йөрәген әрнетә, иртәрәк китте шул был донъянан... Бер нисә йыл элек ҡаты ауырыуҙан һуң гүр эйәһе булды.
Ә бөгөнгө көн бигерәк ҡәҙерле ошо сал сәсле ағинәйҙәр өсөн. Фәнисә әбейебеҙ ҡартатайыбыҙ рухына Ҡөръән бағышлата бөгөн. Әлегә тиклем хәбәрһеҙ юғалды тип йөрөгән аталарының мәңгелек төйәк иткән ерен күреп, зыярат ҡылып ҡайттылар Фәнисә Зәйнулла ҡыҙының балаҡайҙары. Ҡыҙы Римма Хәтер сайтында олатаһы тураһында һуңғы табылған мәғлүмәттәргә юлыҡты. Баҡһаң, хәбәрһеҙ юғалмаған, ә ергә тапшырылған һалдаттың кәүҙәһе. Ҡайҙалыр билдәһеҙ ерҙә ятып ҡалмаған. Ә бит Хәтер китабында хәбәрһеҙ юғалған булып иҫәпләнде ошо көнгә саҡлы беҙҙең ҡартатайыбыҙ.
Тверь өлкәһе Дудово тигән фашистар тарафынан тотош яндырылған ауыл янында Туғандар ҡәберлегендә ерләнгән Зайнулла Лотфулла улы. 1942 йылда ҡаты һуғыштарҙың береһендә яраланып госпиталгә эләгә ул.Шул ваҡытта фашистар бар ауыл халҡын, яралы һалдаттарҙы аталар, ауылды тулыһынса яндыралар. Хәҙер был урында урман. Туғандар ҡәберлегенә яҡын тирәлә бер ауыл- ҡасаба ла юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡәберлек ҡаралған, һәр ерҙә тәртип, тере сәсәкәләр ята. Мәрмәр таҡтаташта һәләк булыусы һалдаттарҙың исем-фамилиялары, ҡайҙан икәнлектәре яҙылған. Ошо исемлектә Зәйнулла Лотфулла улының да исеме бар. Бына ошолар тураһында һөйләнеләр Тверь өлкәһендә булып ҡайтҡан Римма һәм Хәлил Ильясовтар һалдаттың балаларына. Улар ҡәберлеккә Башҡортостандың Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылының ғәзиз тупрағын да тапшырҙылар.
Аталарының кәүҙәһе ергә тапшырылыуын ишетеү, белеү Фәнисә, Сәрүәрә, Фәрзәнә Зәйнулла ҡыҙҙарының күңелдәренә тыныслыҡ бирә. Өс ҡыҙ, хәҙер инде сал сәсле инәйҙәр, аталары төйәк иткән ерҙән алып ҡайтҡан фотоларҙы ҡарайҙар, иҫтәлектәргә биреләләр...
Был ваҡиға ошо сал сәсле ағинәйҙәрҙе генә тетрәндермәне, ә һәр ғаиләләге балаларҙы (улар 4 ғаиләнән 26 бала ), уларҙың балаларын уйланырға, ғорурлыҡ тойғоларын үҫтерергә булышлыҡ итте.
Ысынлап та, фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла...
Рәсилә ЮЛМӨХӘМӘТОВА,
Ильясова Сәрүәрә Зәйнулла ҡыҙының ҡыҙы.
Төрөмбәт ауыл китапханаһы китапханасыһы.
Фотоларҙа: Зәйнулла һәм Ҡәнифә Назаровтар
Уларҙың балалары: Сәрүәрә, Фәнисә, Һаҙый, Фәрзәнә
Тверь өлкәһендәге Туғандар ҡәберлеге.
Читайте нас: