Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре Ҡораллы Көстәр төрө булараҡ 1959 йылда СССР Хөкүмәте ҡарары менән ойошторола.
Рәсәй Федерацияһы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре — 2001 йылға тиклем ғәскәрҙәр төрө, ә 2001 йылдан башлап РФ Ҡораллы көстәре ғәскәрҙәренең айырым төрө. Ул Ҡораллы көстәр Генераль штабына буйһона, Рәсәй стратегик ядро көстәренең нигеҙе булып тора.
Үҙенең ярты быуаттан ашыу тарихы эсендә Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби көс булараҡ үҙенең тура тәғәйенләнеше буйынса бер тапҡыр ҙа ҡулланылмаған, әммә башҡа Стратегик ядро көстәре компоненттары менән берлектә күп хәрби-сәйәси проблемаларҙы хәл итеүҙә ҡатнаша.
Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә 12 миллиондан ашыу кеше хеҙмәт иткән. Яңы хәрби техниканы эшләү, һынау, хәрби дежурға ҡуйыу, махсус заданиеларҙы үтәгән өсөн 38 ракетасы юғары Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, 66 ракетасы – Ленин премияһы лауреаттары, 324 – СССР Дәүләт премияһы лауреаттары, 20 – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаттары, 100-ҙән ашыуы – СССР Министрҙар Советы һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты премиялары лауреаттары.
ВИКИПЕДИЯ мәғлүмәттәре буйынса.