Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне...

Минең атайым Сәмиғулла Фәрхшатов һуғыш сыҡҡан көндө үк фронтҡа китә

Минең атайым Сәмиғулла Фәрхшатов һуғыш сыҡҡан көндө үк фронтҡа китә. Алкинда әҙерлек үтәләр. Артабан уларҙы алғы һыҙыҡҡа оҙаталар.
Курск дуғаһында һуғышта ҡамауға ҡалалар. Брянск урмандары аша ас көйөнсә, миләш осрағанда, уның емешен ашап, барып сығалар. Көс туплағас, яңынан һөжүмгә күсәләр.
Бер туғаны Шәйҙулла бабай ни эшләптер штраф батальонына эләгә. Ул кире әйләнеп ҡайта алмай, ете балаһы етем ҡала, уларҙың әсәләре лә үлә.
“Әлдә “Катюша”лар сыҡты, немецтар өсөн ул иң ҡурҡынысы ине”, - тип әйтә торғайны атайым. Белоруссия халҡын яҡшы яҡтан телгә ала торғайны. Һалдаттарҙы ашатып ҡалырға тырышалар ине, тип.
1944 йылдың август аҙағында яралана, аяҡ-ҡулдары селтәрләнеп тиерлек госпиталгә эләгә. Унан ауыллға ҡайта. Кәкерәйгән ҡулдары менән балта тотоп эшләне. Ғаиләлә һигеҙ баланы үҫтереп, оло тормошҡа аяҡ баҫтырҙы. Шуның өҫтәүенә, ағаһының балаларына ла ярҙам итте.
Атайыбыҙ мәрхүм булғанға 36 йыл. Хәҙер үҙебеҙ ҙә ҡартайҙыҡ. Тик шуныһы ҡыҙғаныс, Мостафа ауылы китабында атайымдың да, бабайыбыҙ Шәйдулла Фәрхшатовтың да исеме осраманы.
Ф.Сабанаева, Түрһәгәҙе ауылы.
Читайте нас: