Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Төрөмбәттә быйыл обелиск асылды

Төрөмбәт ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына үҙҙәренә оло бүләк эшләгән. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыуған яҡтарына Еңеү яулап ҡайтыусылар иҫтәлегенә обелиск ҡуйған.

Төрөмбәт ауылы халҡы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына үҙҙәренә оло бүләк эшләгән. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыуған яҡтарына Еңеү яулап ҡайтыусылар иҫтәлегенә обелиск ҡуйған.
Бөтә ауыл халҡы был эшкә ихлас ҡушыла, улар ситтә йәшәгән ауылдаштары менән бергә 150 мең һум аҡса йыйып, ошо изге ғәмәлде тормошҡа ашыра. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ауылдаштары, эшҡыуар Марат Заһитов обелисктың нигеҙе өсөн үҙ аҡсаһына материал килтергән. “Хәҙер был ерҙең ҡоймаларын, ҡапҡаһын яңыртаһы ҡалды”, - ти ауыл Советы рәйесе Юлай Ҡотлоюлов.
Себер тарафтарында йәшәүсе Марат Ибраҡов ошо обелискҡа килеп, баш эйеп, сәскәләр һалып китеүҙе үҙенең бурысы итеп тоя. Ул үҙенең ғаиләһе, Ауыл Советы рәйесе Юлай Миңлеәсҡәт улы, эштәр идарасыһы Рәхмәтуллина Фәнисә Нәғимйән ҡыҙы һәм ағинәй Гөльямал Бикәнәсова, Рәүф Ибраҡовтар менән обелискҡа раузалар һалды. Ул майҙандың ихатаһын яңыртырға ярҙам итәсәген белдерҙе.
“Минең ҡартатайым Мөхәмәтдин Ибраҡов та, уның оло улы Хажимөхәмәт тә әйләнеп ҡайтмаған. Ҡартатайҙың ҡайҙа үлгәне билдәһеҙ. Өләсәйебеҙ уның хаттарын утҡа яҡҡан, шулай итһәң, ул иҫән-һау ҡайтасаҡ, тип ышанған, - тип һөйләне Марат Янсур улы. - Ә Хажимөхәмәт бабайыбыҙҙың ҡәбере Белоруссияла табылды, 1943 йылда танкта янған. Өс туған Әҙһәм Әғзәм улы Ибраҡов концлагерь үтеп ҡайта. Ул ваҡытта уларға ҡарата ниндәй мөнәсәбәт булғанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Уны Магаданға оҙаталар. Шунда ғаилә ҡорған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Гомелдә йәшәне. Шунда үлде. Миңә ун өс-ун дүрт йәштәр тирәһендә ауылға ҡатыны, ике ҡыҙы менән ҡайтып киткәйне”.
Төрөмбәт халҡының теләгәне тормошҡа ашты.
Рәсми рәүештә обелиск 9 Майҙа асыла. Әлбиттә, быйылғы карантин сәбәпле, күп кеше йыйып, тантаналы асыу булмай. Мөһиме шул: был - киләсәк, йәш быуын өсөн тарих, Еңеү байрамында килеп, ата-бабаларының данлыҡлы юлын иҫкә алыу, сәскәләр һалыу өсөн изге урын.
Обелискка 163 кешенең фамилияһы яҙылған, улар иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар, тик әлеге көндә ауылда ветерандар ҡалмаған.
Бында һуғышта һәләк булып ҡалғандарҙы иҫкә алыу өсөн дә таҡтаташ бар. Унда 230-ҙан күберәк ауылдаштары һуғыш ҡырында баш һалған төрөмбәттәрҙең исеме яҙылған.
Шуныһы бик күңелгә ятышлы булды: ингән ерҙә ҡуйылған баннерҙа ауылда Еңеү көндәрендә ойошторолған сараларҙан фотолар ҡулланылған. Унда һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙар менән осрашыуҙар һүрәтләнгән. Ауылдаштары баннерға ҡарап, уларҙы танып, хәтергә алалар.
Юлай Миңлеәсҡәт улы барлыҡ ауылдаштарына, ситтә йәшәп, ярҙам ҡулы һуҙғандарға бөтә ауылдаштары исеменән оло рәхмәтен еткерә.
Читайте нас: