Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хеҙмәт яланының тиңһеҙ батырҙары

Һәр ауылда, һәр ҡалала һуғыш үҙ эҙен ҡалдырған. Илебеҙҙең ҡайһы урынын ғына алма, бөгөнгө имен тормошҡа нигеҙ һалыусы, бер ҡарауға ябай ғына, ниндәйҙер батырлыҡ эшләнек, тип уйҙарына ла инеп сыҡмаған кешеләр бар. Бала-сағы һуғыш мәленә тура килеп, уйындарҙы онотоп, ололар менән бер рәттән эшләүсе үҫмерҙәр, ирҙәр эшен үҙ иңенә алған ҡатын-ҡыҙҙар...

Түрһәгәҙе ауылында йәшәгән апайҙар (уларҙың өсөһө мәрхүм инде) үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бөгөн иғтибарығыҙға - туҡһанды үткән Рәхимә Юнысованың иҫтәлектәре.
Уларҙың быуыны ауырлығын да, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла кисергән.
Хәйер һорап йөрөгәндәрен тыныс ҡына һөйләрлекме ни...
Рәхимә Ханнан ҡыҙы түбәндәгеләрҙе бәйән итте: “Йәшләй йәтим ҡалдым. Ашау яғы хөрт, хәйер һорарға тура килде.Михайловка ауылынан башлайбыҙ, унда бәрәңге үҫтерәләр ине. Бик биерп бармаһалар ҙа, ҡайһы саҡ әҙ булһа ла өлөш тә сыға. Ағайымды ла һуғышҡа алдылар. Уның тураһында башта “хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәр килде, һуңынан “ҡара ҡағыҙ” алдыҡ. Ленинград блокадаһында һәләк булған. Ул яуыз Гитлерҙы бында алып килеп аҫырға ине, халыҡтарға күпме михнәт күрһәтте”, - тине әсенеп.
Уҡыу ҡайҙан булһын инде. Рәхимә әбей ҙә бишенсе класҡа тиклем генә уҡый ала. Ун бер-ун ике йәшлек балалар баҫыуға сыға, утау утай. Ниндәй эш тура килә, шуны ҡушалар.
Һуғыш та тамамлана. Инде михнәттәр бөттө, тиергә лә бит. Тик илдә емереклек, эшсе ҡулдар етмәй. Һуғыштан һуң Белорет, Архангель яҡтарына ағас ҡырҡырға алып китәләр.
“Бәрәңге ҡырып, алабута менән ҡушып баҫылған икмәк бешереп алдыҡ юлға. Әйберҙәрҙе атҡа тейәп, үҙебеҙ йәйәү тиерлек барабыҙ, - тип дауам итә Рәхимә әбей. - Асы урмандарында эшләгәндә шуныһы һәйбәт булды: фатирҙа бер әбейҙә торҙом. Уның ике һыйыры бар ине. Ағыбыҙ бар, тип ҡыуанабыҙ. Һыйырын һауам, бәрәңгеһен утайым”.
Ә эштә норма ҡуйыла һәр кешегә. Шул норма үтәлмәһә, көнлөк паек киҫелә. 400 грамм икмәк бирелә ине. Шунан да ҡалһаң, ас торорға тура килә.
Быуындары нығынып та етмәгән үҫмерҙәрҙең ашамағас, бөтөнләй хәлдәре булмай.
“Ҡарламанда ла ағас киҫтек. Унда йәшәгән барактың һыуығы електәргә үтә ине. Шулай, балалар, төрлө эшкә ҡуштылар, юҡ, тип торманыҡ, ҡулдан килгәнсе тырыштыҡ. Мин үҙем прицепщик та, ашарға бешереүсе лә, келәтсе лә булдым. Һөт йыйҙым. Шафранда уҡып ҡайтҡас, колхозда ҡымыҙсы булып та эшләнем. Әлеге тормоштоң, тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәгеҙ”, - типү.
Усман ауылы егетенә кейәүгә сыға. Әлфинур исемле ҡыҙҙары тыуа. Ләкин яҙмыш шулай булғандыр инде, ғаилә тарҡала.
Хәҙер инде Рәхилә Ханнан ҡыҙы дүрт ейәнсәрен һөйөү бәхетенә эйә, тағы алты бүләһе лә бар әле.
Ҡул эштәренә оҫта хужабикә: күлдәктәр теккән, шәлдәр бәйләгән, хатта аҫалы балаҫтар һуҡҡан.
Читайте нас: