Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

“Еңеү байрамы – иң ҙур байрам”

ти Дамир Камил улы Заһитов – тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булған үҙенсәлекле шағир.

Ул башҡортса, русса шиғырҙар яҙа. Мәктәптә уҡығанда уҡ ижад менән шөғөлләнә башлай. Бигерәк тә яҙыусы Яныбай Хамматов менән осрашыу уны илһамландыра, артабанғы ижадҡа ҡанат ҡуя. Шиғыр яҙыуҙан тыш, поэма, мәҫәл, проза менән дә мауыға.
Талантлы шағир 22 музыкаль ҡоралда уйнай: гитарала, баянда, ҡурайҙа һәм синтезаторҙа. Үҙ аллы компьютер менән эш итергә өйрәнгән.
Дамир Заһитов “Оҙон көй” (2007 йыл), “Илһам шишмәләре” (2011 йыл) республика конкурстарының дипломанты.
Бөгөнгө көндә Дамир Заһитов үҙ эштәрен төрлөләндерә: поэмалар, прозалар яҙа.
Читайте нас: