Рух
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауырлыҡтар рухын һындырмаған (Аҙағы).

Тын да алмай тыңлап ултырған миңә һәм ейәнсәре Мәүсилә Исмәғил ҡыҙына уның һөйләгәндәренең барыһы ла мауыҡтырғыс кинофильм кадрҙары кеүек күҙ алдынан үтә лә үтә. Тик 93 йәшлек ағинәйҙең бала саҡ хәтирәләрен яңыртҡыһы килмәй, ахырыһы.

Бик күп эште башҡарған ҡулдар. Туғыҙ баланы аҡ биләүгә төргән, тупылдатып һөйгән ҡулдар. Уң ҡулының бармаҡтары ҡыйыш булып уңалған. Егерме дүрт йәшлек Ғәмиләнең артабанғы яҙмышын хәл итеүсе уң ҡул…
- 1950йыл. Тимер юл төҙөгәндә ошо уң ҡулыма шпал төштө. Һынған тип уйламайбыҙ. Ҡул тотош ҡулбаш менән һыҙлай. Быуынсыларға барып ҡараным, береһе һынғанын әйтте. Әмир килеп, тимер юлсылар балнисына һалып ҡайтты, шунда ятып сыҡтым. Ауылға ҡайттым, уң ҡул эшкә ярамай, ни һыйыр һауа алмайым.
Ошо ваҡытта Мораҙымға 1908 йылғы Исхаҡ Ильясов ҡайтып төшә. Ул тормоштоң ҡағып-һуғыуын, яҙмыштың фажиғәле мәлдәрен башкөллө татыған, ул ваҡыттарҙың аяуһыҙлығын кисергән, юғалтыуҙар менән имәндәй сыныҡҡан ир уҙаманы була. Уның атаһы Әхмәтмәғәсүм хәлле йәшәй. Йылҡы, һарыҡ һаны ла байтаҡ була. Улдары Ибраһим(1904) менән Исмәғилде(1911) уҡытырға тырыша. Ибраһим Мәләш мәҙрәсәһендә уҡый. Ә эшкә уңған Исхаҡты, донъя көтөргә бөтмөр, тип төп нигеҙҙә ҡалдыра. Үҙе 1922 йылда аслыҡ менән бергә ҡоторған ваба ауырыуынан вафат була. Был ҡот осҡос ваҡиғаларҙан утыҙынсы йылдарҙа хәлләнгән ғаиләгә яҙмыш яңы һынауҙар әҙерләй.
1933 йыл. Тотош илдә кулак элементарын бөтөрөү буйынса әүҙем эш алып барылған мәл. Хәҙер инде Төрөмбәт ауылы һылыуы Нәсихә менән ғаилә ҡорған, өс йәшлек Нурислам исемле улы булған, ошо арала ғаиләһенең тағы ла ишәйеүен көткән Исхаҡты ла урап үтмәй был ваҡиға. Билдәһеҙ яҙмыш үҙ ҡосағына ала Ильясовтарҙы.Ҡулдарына төйөнсөктәр тотоп, йөклө ҡатынын эйәртеп, улын етәкләгән Исхаҡ нимәләр кисерҙе икән тыуған ауылынан айырылғанда? Үпкәләүме әллә ризаһыҙлыҡ, әллә битарафлыҡ булдымы икән уның күңелендә? Көсләп йолҡоп алған ағастай хис иткәндер үҙен. Әммә киләсәктә шул тиклем дә ғәзиз Мораҙым ерендә тамыр ебәреп йәшәрен барыбер белгәндер ул.
Өфө янындағы махсус лагерҙа Исхаҡтың ҡатыны, улы, яңы ғына донъяға килгән ҡыҙы ла аслыҡтан үлә. Яҙмыш еле уны Ҡаҙағстан далаларына алып китә. Элемтәсе һөнәренә өйрәнеп, икһеҙ-сикһеҙ далала элемтәнең көйлө булыуын тәьмин итә. Километрҙарға һуҙылған араны йәйәү үтеү, әсе елдә бағаналарға менеп, сымдарҙы тикшереү талап ителә унан. Һуғыш осоронда бронь менән ҡалдыралар. Яңы ғаилә ҡора. Павлодар өлкәһенән булған рус милләтле ҡатындан балалары булмай. Өйлән, тик ҡатынды үҙ яғыңдан ал, тигән шарт ҡуя ҡатыны.
Тыуған ерҙән айырылғанға ун ете йыл.1950 йыл. Исхаҡ юлға сыға. Раевка станцияһына килеп төшә. Тыуған яҡтың һауаһын күкрәк тултырып һулаған Исхаҡтың йәшләнгән күҙҙәренә таныш йөҙ салынып ҡала. Ибраһим ағаһы колхоздан ылау менән иген тейәп килгән була…
Димсе диңгеҙ кисә, тиҙәр бит. Ғәмиләне Исхаҡҡа димләйҙәр. “Ситкә алып китергә уның хатта документы ла бар, тип маҡтағандар”, - тип көлә Ғәмилә әбей. Шул тиклем сибәр, һөйкөмлө ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшата Исхаҡ. Никахтан һуң ғаилә йәнә Ҡаҙағстанға юллана.
- Мәрйә ҡатыны менән бергә йәшәнек. Бик һәйбәт кеше ине. Бер йыл йәшәгәс, Башҡортостанға ҡайтырға булдыҡ. Мин киткәндә күҙе бөтөнләй күрмәй башлаған әсәйемде лә уйланыҡ. Сабыйыбыҙ тыуырға ла күп ҡалмағайны. Исмәғил Стәрлегә килеп еткәс тыуҙы.
Иң өлкән улының вафаты яралаған йөрәк иҫтәлектәргә ҡушылып һулҡылдай. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ихлас, алтмыш ике йәшен саҡ тултырған Исмәғил ағайҙы аяуһыҙ сир был донъяларҙан алып китә. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, баш балаһының юҡлығын ҡабул итә алмаҫ инде әсә йөрәге.
“Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар колхозда өҙлөкһөҙ эшләне. Сөгөлдөр бүлеп бирәләр ине. Уны беҙ ҙә барып күмәкләп уташабыҙ. Бар балсыҡ эше инәйемдәр ҡулынан үтте ул. Иртән бригадир йөрөп, кемдең ниндәй эшкә барырға тейешлеген әйтеп сыға. Ул килеп еткәнсе атайым менән инәйем йәһәтләп иртәнге сәйҙе эсә һала. Тауыҡ фермаларын һылайҙар, аҡлайҙар. Келәттәге эш тә элек ҡышҡы ҡәҙәр һуҙыла торғайны. Ҡышын ҡар тоторға ла йөрөйҙәр. Беҙ, балалар, өйҙә, бәләкәстәрҙе ҡарап торабыҙ, - тип һөйләй Рәүил ағай. –Миңә, ситкә сығып китеп эшлә, тиһәләр ҙә, барманым. Кеше Мораҙымды ташлап китәме инде, тыуған ер бит ул”.
Ильясовтарҙың туғыҙ балаһы ла Мораҙымда төпләнгән. Улар үҙ донъяларын ҡороп, матур йәшәй.
– Минең турала гәзиткә нимә генә яҙырһың икән? Штатлы эштә эшләмәнем, күп бала (алты ул, өс ҡыҙ) таптым. Шул балаларҙан әҙерәк бушаған арала эшкә барып килә инем, - тине Ғәмилә әбей. Уңған, эшләнем, тип әйтмәҫ, тигән боронғолар. Дөрөҫтөр. Туғыҙ баланы үҫтереү, уларҙы энәнән-ептән кейендермәһәләр ҙә, өҫтәрен тап-таҙа йөрөтөү, Һамайҙан көйәнтәләп һыу ташыу, көн аша мейестә ишле ғаилә өсөн икмәк бешереү, тома һуҡыр әсәһен ҡарауҙы көндәлек мәшәҡәттәр тип ҡабул итә. Әле лә төҫ ташламаған, сөм-ҡара күҙҙәре менән йылмайып баҡҡан ил инәһенең йөҙөнән башҡорт ҡатындарына ғына хас тыйнаҡлыҡ, ихласлыҡ бөркөлә. Әйтерһең дә, ул урман да ҡырҡмаған, һал ағыҙмаған, ауыр шпалдар күтәреп, юл да һалмаған. – Беҙ күргәнде бөтә ил күрҙе, ил кисерҙе бит, - ти Ғәмилә әбей. Тышҡы ҡиәфәте лә, күңел донъяһы ла күркәм булған Ғәмилә әбейгә ҡарап һоҡланамын, Алдымда бала сағын, йәшлеген дәһшәтле һуғыш йотҡан кешеләрҙең береһе. Хәҙер инде 24 ейән-ейәнсәрен, 30 бүлә-бүләсәрен яратып ултырған Ил инәһе.
Әлеге тормошто ла, ауыр, тиеүселәр бар. Әммә бөгөнгө ауырлаҡтарҙы һуғыш осоро балалары, шул заманда йәшәгән халыҡ күргәндәр менән сағыштырып та булмай. Шуға күрә тормоштоң, ғүмерҙең һәр бер минутының ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙҙе, кешеләрҙе, халыҡты яратып, иманлы булып, йылмайып, шатланып йәшәйек!
Гөлсара Килдина. Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы.
Хәтирәләр Ғәзимә әбей һөйләгәндәренән яҙып алынған.
Читайте нас: