Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ауырлыҡтар рухын һындырмаған.

Тын да алмай тыңлап ултырған миңә һәм ейәнсәре Мәүсилә Исмәғил ҡыҙына уның һөйләгәндәренең барыһы ла мауыҡтырғыс кинофильм кадрҙары кеүек күҙ алдынан үтә лә үтә

- Беҙ Ҡыҙыл Өршәктә тыуҙыҡ. Ауылыбыҙ Өршәктең аръяғында урынлашҡайны. Уны аҙаҡтан Мораҙымға ҡуштылар. Ҡыҙыл Өршәктә башланғыс мәктәп бар ине. Төрлө йәштәге балаларҙы Булат ағай Ҡунафин уҡыта. Атайым Вәлийән Ғәббәс улы Смаков, ул ваҡытта ауыл советы рәйесе булып эшләй ине. Өс бала үҫтек – мин, Әмир, Камил. Ғаиләбеҙҙә балалар тыуып торған, үлеп торған. Элек ауырыу көслө ине бит. Бер туғандарҙан иҫән ҡалғандарынан бына беҙ өсәү инек, хәҙер бер үҙем генә ҡалдым, - тип Ғәмилә әбей тынып ҡала.
Тын да алмай тыңлап ултырған миңә һәм ейәнсәре Мәүсилә Исмәғил ҡыҙына уның һөйләгәндәренең барыһы ла мауыҡтырғыс кинофильм кадрҙары кеүек күҙ алдынан үтә лә үтә. Тик 93 йәшлек ағинәйҙең бала саҡ хәтирәләрен яңыртҡыһы килмәй, ахырыһы.
- Атайым үпкә ауырыуы менән интекте. Ҡырымға дауаланырға ла барырға тейеш ине. Ошо ауырыуынан мандый алмай вафат булды. Һуғыш сығып китте. Миңә ул ваҡытта ун биш йәш. Аталары һуғышта йөрөгәндәргә колхоз әҙерәк он бирә. Беҙгә бер нәмә лә юҡ, сөнки атайым һуғышҡа тиклем үлгән. Аслыҡ. Йәй көнө ашаған төп аҙыҡ үлән булды инде ул ваҡытта. Һуғыш ваҡытында ла һалым йыйҙылар. Уларҙы түләй алмағас, инәйем һыйырҙы һатты. Һуғыш осоронда бар эш йәш-елкенсәк иңенә төштө. Баҫыу утайбыҙ, ундағы сүп!.. Сәнскеле үлән баҫа ине. Уны ҡулға бейәләй кейеп утайбыҙ, унан бесән ваҡыты етә. Уны сабабыҙ, йыябыҙ. Бар эш тә ҡул көсө менән башҡарыла ине. Ашау етмәй, эш ауыр, ни хәл генә йәшәлгәндер инде… Трактор янында эшсе булып йөрөнөк. Әлфинур апайығыҙҙың инәһе Гөлшат әбейегеҙ менән. Тырма таҙартабыҙ, һабан төрәндәренә сүп-сар йыйыла. Тракторға өҫтәп һала торған һыу әллә ҡайҙа тороп ҡала, биҙрәләп һыу ташыйбыҙ. Сабата, дымлы тупраҡҡа батып, бик тиҙ эшлектән сыға.
Ураҡ ваҡытында ҡурмас ашап әҙерәк булһа ла тамаҡ туя ине. Шул наҡыҫ аҙыҡҡа ла: “Төҫ асылып ҡалды әҙерәк”, - тип ололар көлөшә ине. Баҫыуҙан көлтә ташыйбыҙ. Аттар етмәй, үгеҙ егәләр. Улары беҙҙе тыңлаймы инде. Тиҫкәрләнеп тик тора ла ҡуялар, йә яталар. Әйҙә торғоҙа алмай аптырайһың. Йә ҡапыл сабып сығып китә, тейәлгән көлтә – бер яҡҡа, беҙ икенсе яҡҡа ауып ятып ҡалабыҙ. Бурлаша, Йылалы яғында көлтә йыябыҙ. Бүреләр олой. Беҙ, йәш ҡыҙҙар, ҡурҡышып, эҫкерт башына менәбеҙ. Шул яҡҡа йәйәү барғанда ла был йыртҡыстар осрай торғайны.
Белогор яғында урман ҡырҡып яттыҡ. Ҡыш көнө. Ағастың төбөн көрәргә кәрәк. Төбө ерҙән биш сантимерҙан артыҡ ҡалырға тейеш түгел. Бүленгән диләнкәне ҡырҡып бөткәс, Аҡкүлдән йәйәү ҡайттыҡ.
1945 йылдың май башында Молотов өлкәһенә (хәҙерге Пермь крайы) ағас ҡырҡырға ебәргәйнеләр. Өфөлә Еңеү хәбәрен ишетеп, ауылға ҡайттыҡ та киттек. Элек ситкә колхоздан эшкә ебәрәләр ине бит. Ергәнгә тимер юлы һалыу эшенә ебәрҙеләр. Мораҙымдан Хәйбулла, Әсҡәт, Зөһрә һәм мин барҙыҡ. Һиҙиәт Ишембаев исемле кешеләрҙә фатирҙа торҙоҡ. Бик һәйбәт, яҡшы күңелле, изгелекле кешеләр ине. Ҡатыны – Мәрйәм, Миңлейәр, Люциә тигән балалары бәләкәй. Беҙҙе һәйбәт ҡаранылар. Ер ҡаҙыу эше күп, шпал һалабыҙ, уның өҫтөнә рельс һалалар. Тимер юлына ағас кәрәклектәндер инде – һал ҡыуҙыҡ. Ағастар бер-береһенең өҫтөнә өйөлә лә китә. Заторҙы ҡул менән таратабыҙ. Бик көс етмәҫтәйен трактор менән тарттыралар.
- Өҫтөгөҙгә кейем-һалым биргәндәрҙер ул? – тип һорайым. – Юҡ, сабата инде. – Боҙло һыуҙа аяҡтарығыҙ еүешләнгәндер бит инде. – Еүешләнеү генә тиһеңме…
Һүҙен дауам итмәйенсә, Ғәмилә әбей туҡтап ҡала. Аһ, был ҡатын-ҡыҙҙың сыҙамлығы, ғорур булыуы. 90 йәшлек ил инәһенең дә ауыҙынан әҙ генә зарланыу, үпкә һүҙе ишетелмәй. Әлеге яҙылған юлдар ҙа бер яҡлап – минең, икенсе яҡлап ейәнсәре Мәүсиләнең төпсөнөп һорашҡанына яуап ҡына. Үҙәккә үтеп өшөп-туңыуҙарҙың, ауыр эштең хәтирәһе булып, хәҙер быуындары ҡабарып, төндәр буйы һыҙлаған аяҡ-ҡулдар ғына бар. Улары ла оҙаҡ ҡына тик ултырмай, ойой башлай. Ғәмилә әбей тороп, хәрәкәтләнеп ала.
(Дауамы бар).
Гөлсара Килдина. Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы.
Хәтирәләр Ғәзимә әбей һөйләгәндәренән яҙып алынған.
Читайте нас: