Илебеҙҙә бик күп байрамдар билдәләнә, әммә иң ҙуры - Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңгән 9 май байрамылыр.
Йылдан-йыл был данлы көндәр, ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветерандарыбыҙ тураһында иҫкә төшөрмәй, дөрөҫ булмаҫ ине.
Мин дә үҙемдең олатайым Хәбибуллин Сәхиулла Иҙиәт улы турыһында һүҙ алып бармаҡсымын. Олатайым, Сәхиулла Иҙиәт улы, 1916 йылда Ауырғазы районының Мораҙым ауылында донъяға килә. Башланғыс мәктәпте тамамлау менән колхозда эшләй башлай. Үҙенең тормош юлында ошо уҡ ауыл һылыуы Шәмсинур Минигәрҙән ҡыҙын осратып, донъя ҡороп ебәрәләр. 1939 йылда ғаилә ҡыуанысы булып улдары Фәнил тыуа. Матур ғына итеп ҡулға-ҡул тотоноп, тыныс ҡына йәшәп ятҡанда йәш ғаиләнең бәхетле көндәрен дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы айыра.
Иҙиәт улы Сәхиулла әсе һуғыштың беренсе көндәренән үк һөйгән ҡатынын һәм улын ҡалдырып, илгә килгән ҡара болотто таратырға, ҡыҙыу һуғыштың тәүге һыҙатына баҫырға мәжбүр була. Ҡурҡыу белмәгән йәш егет 1943 йылдың сентябрь айында көтмәгәндә бик ауыр яралана, ул һул аяҡһыҙ ҡала. Тимер өҙөрҙәй 27 йәшлек Сәхиуллаға нисек ауыр булғанын бары тик үҙе генә белгәндер. Икенсе группа инвалид булып тыуған яҡтарға оҙатыла.
Ауырлыҡтарға баш эймәй, бирешмәй, ҡайтыу менән Мораҙым ауылында Аҡкүл элеваторы һәм станцияһы филиалы булған складта мөдир булып эшләй башлай. Тирә-яҡ колхоздарҙың дәүләт игенен әҙерләү, һаҡлау һәм оҙатыу - барыһы ла уға йөкмәтелгән була. Бик тә ауыр ҙа, яуаплы ла эштә ул бер ҙә үҙен һынатмай. Өләсәйем, Шәмсинур Минигәрҙән ҡыҙы, олатайымдың уң ҡулы булып, ауырлыҡтарға бирешмәй, һығылмай-һынмай тыуған ере, халҡы өсөн тир түгергә ярҙам итә.
Һәм бына ошо ныҡышмалы тылдағы тырыш хеҙмәттәре өсөн «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнәләр. Ирле-ҡатынлы тулы, татыу ғаиләлә һуғыштан һуң бер-бер артлы тағы өс ҡыҙ донъяға ауаз һала.Уларға Фәүзиә, Рәмзиә һәм Райхан тип исем бирәләр.
Олатайым Сәхиулла Иҙиәт улы шулай уҡ, 3-сө дәрәжә Дан Ордены, «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
Бер яҡтан ауыр ҙа, икенсе яҡтан бәхетле лә тормош кисергән олатайыма оҙаҡ йәшәргә хоҙай насип итмәгән. 1956 йылдың февраль айында, ҡырҡынсы йәшендә, ул яҡты донъя менән хушлаша.
Әммә ул үҙе артынан онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырып китә. Беҙ, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, олатайым Хәбибуллин Сәхиулла Иҙиәт улы менән тулыһынса ғорурланабыҙ һәм уның изге рухы алдында баш эйәбеҙ. Олатай, Еңеүҙең 75-се яҙында, Еңеү байрамында, һинең исемең беҙҙең өсөн изгелек һәм тыныслыҡ байрағы булып балҡый!
Ауырғазы районы Талбазы ауылынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ветерандың ейәнсәре Рәйсә Усман ҡыҙы Исламғолова.