Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
29 Апрель 2020, 14:35

Әйҙәгеҙ, Хәтер һәм Дан галереяһын асайыҡ!

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙе флешмлбҡа ҡушылырға саҡырабыҙ!

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙе флешмлбҡа ҡушылырға саҡырабыҙ!
Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Һуғыш афәте ҡағылмаған ғаилә юҡтыр. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп хәтергә алайыҡ!
Намыҫ һәм хәтер бурысы бар. Беҙҙең тыныслыҡ өсөн ҡорбан булған һалдаттар хаҡында хәтер юғалмаһын. Шуның өсөн дә үҙебеҙҙең сайтта #үлемһеҙполк#еңеүкөнө хештегы аҫтында рубрика асырға тәҡдим итәбеҙ.
Атай-олатайҙарығыҙҙың, яҡын туғандарығыҙҙың, йәки ауылдашығыҙҙың фоторәсемдәрен ебәрегеҙ, уларҙың исем-шәрифтәрен, тыуған ерҙәрен күрһәтеп, хәрби юлдары тураһында белгәнегеҙҙе ҡыҫҡаса яҙығыҙ, сайтта уларҙы ҡуйып, тағы ла бер хәтерләйек! Тылда батырлыҡ күрһәткәндәрҙе лә онотмайыҡ!
«Үлемһеҙ полк» — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында иҫтәлекте һаҡлау буйынса халыҡ-ара йәмәғәт граждан-патриотик хәрәкәте. Еңеү көнөндә ҡатнашыусылар колонналар менән ҡала, ауыл урамдары буйлап үҙҙәренең туғандары — армия һәм флот ветерандары, партизандар, подпольщиктар, ҡаршылашыу яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерҙар тотҡондары, блокадниктар, һуғыш балаларының фотографиялары менән үтәләр.
Бөйөк Еңеү ҙур юғалтыуҙар аша бирелә: 1710 ҡала емереклектәр аҫтында ҡала, 70 меңдән ашыу ауыл яндырыла. Фашистар 32 меңләп завод-фабриканы, 65 мең километр тимер юлды юҡ итә, 427 музей һәм 43 мең китапхананы талай…
Фронтта, әсирлектә, оккупацияланған территорияларҙа 27 миллиондан ашыу кеше һәләк була.
1945 йылдың 24 июнендә – Еңеү көнөнә арналған төп парадта Ҡыҙыл майҙан аша 10 мең һалдат һәм офицер үтә.
Уларҙың батырлығы оноторлоҡ түгел, улар мәңгегә беҙҙең хәтерҙә!
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай!
Читайте нас: