Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
28 Апрель 2020, 13:30

Еңеү марафоны – Башҡортостанда

Бөгөн Башҡортостан “Беҙҙең Еңеү йыры” халыҡ марафонына ҡушылды. Барыһына ла билдәле “Еңеү көнө” (“День Победы”) йыры беренсе тапҡыр башҡорт телендә яңғыраны.

Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына ҡушылды.
Махсус ошо көн өсөн легендар “Еңеү көнө” йыры башҡорт теленә тәржемә ителде. Тәржемә авторы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова әйтеүенсә, был йырҙы ул 45 йыл элек беренсе ишеткәндә үк яратып ҡабул итә.
“Йырҙың һүҙҙәре һәм көйө йөрәгемә үтеп инде, - ти ул. – Уны башҡорт теленә тәржемәләргә тигән тәҡдим алғас, бер аҙ ҡаушап та ҡалдым. Йөрәккә үтерлек был һүҙҙәрҙә шатлыҡ та, һыҙланыу ҙа бар. Ошо кисерештәрҙе туған телемдә лә тойорлоҡ итеп еткерергә кәрәк. Шулай уҡ йырҙың ағышына ла тап килергә тейеш. Миңә музыкаль белемем булыуы бик тә ярҙам итте. Тәржемәләгәндә, мин был йырҙы йырланым да. Минең хеҙмәтем оҡшағанға бик шатмын, әлбиттә. Хәҙер йырҙы рус телендә генә түгел, башҡорт телендә лә төрлө быуын кешеләре башҡарыр, тип өмөтләнәм”.
“Еңеү көнө” йырын башҡарыу өсөн Халыҡ хор коллективы Өфөнөң Еңеү Паркында йыйылды. Уларға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисты, Башҡортостан Милли симфоник оркестры директоры Артур Нәзиуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған актрисаһы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушана Бабич, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Фаягөл Дәүләтйәрова, билдәле музыкант Заһир Зәйнетдиновтар ҡушылды.
“Миңә марафонда ҡатнашырға тәҡдим булғас, шатланып риза булдым, - ти Зәйнетдин. – Беренсенән, был йырҙы башҡарыу – минең өсөн оло хөрмәт. Икенсенән, йырҙың айырыуса башҡорт телендә башҡарылыуы үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙға Еңеү өсөн рәхмәт һүҙҙәре булып яңғырай. Минең дә ике олатайым ҙуғышта ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, береһе кире әйләнеп ҡайта алманы. Йырҙы мин Еңеү яулаған яҡындарым, ватандаштарым иҫтәлеге өсөн башҡарҙым”.
“Еңеү көнө” йыры башҡорт телендә беренсе тапҡыр март аҙағында – республикала үҙ ҡурсаланыу режимы индерелгәнсе яңғыраны. Шул ваҡытта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында уға видеоклип та төшөрөлдө. Унда республиканың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө тураһында ла әйтелә.
Башҡортостандан фронтҡа 700 меңдән күберәк кеше оҙатылды. 322 меңдән күберәге һәләк булды йәки хәбәрһеҙ юғалды. 200 меңдән күберәк хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Улар араһында 295 Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының 46 тулы кавалеры. 2020 йылда, һуғышта һәләк булғандан 77 йыл үткәс, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының етәксеһе, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикаға 280 мең кеше, 170-нән артыҡ сәнәғәт предприятиеһы эвакуацияланды. Шуның һөҙөмтәһендә машина төҙөү продукцияһы күләме 17 тапҡыр артты. Өфө моторҙар төҙөү заводы самолеттар өсөн 51 меңдән артыҡ мотор етештер7е. Һуғыш йылдарында Башҡортостан илгә 5 миллион тоннанан күберәк нефть, 160 миллион бот икмәк бирҙе.
Еңеү символы булған йырҙың видеоролигы төрлө телдәрҙә радио-телевидениела яңғыраясаҡ һәм күрһәтеләсәк, шулай уҡ билдәле социаль селтәрҙәргә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегы аҫтында һалына.
Читайте нас: