Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
27 Апрель 2020, 12:40

Волга буйы федераль округында "Беҙҙең Еңеү көнөбөҙ" йыр марафоны старт алды

Еңеүҙең 75 йыллығына арналған күләмле акция Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысы менән үткәрелә

Йыр марафоны төрлө төбәктәрҙәге коллективтарҙы ҙур бер халыҡ коллективына берләштерәсәк. Акцияла ҡатнашыусылар үҙ туған телдәрендә “Еңеү көнө” йырын башҡара һәм ошо эстафетаны бер-береһенә тапшыра.
Үҙизоляция режимы ингәнгә тиклем үк яҙмалар башланғайны инде. Һәр төбәктә үҙҙәренең видеояҙмаһы әҙерләнә, һуңынан ул дөйөм клипҡа берләштереләсәк. Ул клип интернет селтәренә ҡуйыласаҡ.
Был йыр осраҡлы ғына һайлап алынмаған. Был йыр патриотик һәм берләштереүсе көскә эйә. Уны беренсе тапҡыр бынан 45 йыл башҡарҙылар. Тимәк, йырҙың да юбилей йылы!
"Еңеү көнө" йырын Саранск һәм муниципаль райондарҙың иң яҡшы ижади коллективтары, Мордовия Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр, патриотик берекмәләрҙең ағзалары -- барыһы ла башҡарҙы.
Эстафетаны үҙҙәренең күршеләренә, Волга буйы федераль округы төбәктәренә тапшырҙылар.
«Беҙ “Еңеү көнө” йырын рус, моҡша, эрзя телдәрендә башҡарып, халыҡ патриотик акцияһын башлайбыҙ. Мордовия фронтҡа 246 меңдән артыҡ егет һәм ҡыҙҙарын оҙатты. Һәр икенсеһе кире әйләнеп ҡайтманы. Һуғыш ваҡытында барлыҡ халыҡ “Барыһы ла фронтҡа! Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән девиз аҫтында алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итте”, - тине Ярослава Завалихина, Мордовия Республикаһының "Еңеү ирекмәндәре" Бөтә Рәсәй йәмғиәте хәрәкәтенең төбәктәге етәксеһе.
Республикаларҙың һәм өлкәләрҙең ижади коллективтары башҡарған йырҙар урындағы телеканалдар аша 25 апрелдән алып 8 майға тиклем дауам итәсәк. Акцияға көн һайын яңы төбәк ҡушыласаҡ. Бөйөк Еңеү көнөндә - 9 майҙа легендар йыр барлыҡ музыкаль коллективтарҙың башҡарыуында яңғыраясаҡ. Шулай уҡ был йырҙарҙы #песнипобедыПФО#нашденьпобеды хештегы аша, ютубта табырға була. Радиостанцияларҙа ла яратҡан йырҙарыбыҙ яңғырар.
Читайте нас: