Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
27 Апрель 2020, 14:10

“Беҙҙең Еңеү көнө” марафонына Удмуртия ҡушылды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған марафонға бөгөн Удмурт Республикаһы ҡушылды

Халыҡ акцияһына республиканың иң билдәле коллективтарының береһе – Академик хор капеллаһы Ижау ҡалаһында ҡушылды. Бындай ҙур составта улар үҙизоляция режимы индерелгәнсе йыйылған.
“Яҙмаларҙы төшөрөү өсөн билдәле урындар һайланған. Бында республикабыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә индергән өлөшөн сағылдырған символдар урынлашҡан. Мәңгелек ут, тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл, Ижау дәүләт техник университеты янындағы Калашников исемендәге сквер”, - тип билдәләп үтте Удмурт Республикаһының мәҙәниәт министры Владимир Соловьев.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Удмуртия Советтар Союзының мөһим хәрби сәнәғәт базаларының береһе була. Мәскәү, Киев, Тула, Харьков һәм башҡа ҡалаларҙың 50-нән артыҡ эвакуацияланған предприятиелары был республикала Еңеү хаҡына эштәрен дауам итә. Ижау заводы ғына 11 миллиондан артыҡ төп атыу ҡоралдары – винтовкалар, карабиндар – әҙерләй. Был Германияның бөтә сәнәғәте сығарған ошондай уҡ ҡорал төрөнән күберәк.
25 апрелдә башланған марафонда Мордва һәм Мари иленең музыкаль коллективтары бөйөк “Еңеү көнө” йырын башҡарҙы ла инде.
Әйтеүебеҙсә, был йырҙың да 45 йыллыҡ юбилейы. Был юбилейлы йыр марафонында Волга буйы федераль округының 14 төбәге ҡатнаша. Удмурт Республикаһы марафонды Башҡортостанға тапшырасаҡ.
Видеороликтарҙы округтың барлыҡ теле-, радиокомпаниялары эфирында тапшырасаҡтар, шулай уҡ Бәйләнештә, Фейсбукта, Класташтар социаль селтәрҙәрендә, сайттарҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды
Читайте нас: