Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
27 Апрель 2020, 12:55

“Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһына Мари Иле Республикаһы ҡушылды

“Беҙҙең Еңеү көнө” тип аталған киң даирәле акцияға Мари Иле Республикаһы ҡушылды

Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт алғанлығы билдәле. Йыр марафоны төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштерә. Коллективтар “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра.
Еңеү байрамының гимнына әйләнгән йыр Мордва, Мари Иле, Сыуашстан, Удмурт, Татарстан һәм Башҡортостан республикаларында мордва, мари, сыуаш, удмурт, татар һәм башҡорт телдәрендә яңғыраясаҡ.
“Был бик сағыу, үҙенсәлекле акция. Ул беҙгә Волга буйы федераль округының ижади коллективтары сығышын төрлө телдәрҙә тыңлау һәм тамаша ҡылыу мөмкинлеге бирә. “Беҙҙең Еңеү көнө” илһөйәрлек акцияһы халыҡтарҙы ысын мәғәнәһендә берләштерә. Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысын хуплап ҡаршы алдыҡ. Минеңсә, уны йыл һайын үткәрергә кәрәк”, - тине Мари Иле Республикаһының мәҙәниәт, матбуғат һәм милли мәсьәләләр министры Константин Иванов.
“Еңеү көнө” йырын Яков Эшпай исемендәге Мари дәүләт филармонияһы солистары, А.И. Искәндәров исемендәге Мари дәүләт хор капеллаһы башҡара, ә музыкаль биҙәлеше - “Марий кундем” халыҡ инструменттары оркестрыныҡы.
Марафондың яҙмаһын Мари Иле баш ҡалаһының иң матур урындарында төшөргәндәр. “Еңеү көнө” йыры Мәҙәниәт һәм ял паркындағы Мәңгелек ут янында, Билдәһеҙ һалдат монументы урынлашҡан С.Г. Чавайн бульварында яңғыраған. Шулай уҡ видеояҙмала В.И. Ленин майҙаны, Һуғыш һәм тыл хеҙмәте геройҙарының Дан аллеяһы, Кокшаги йылғаһы буйы, Благовещенск башняһы алды күрһәтелә.
Мари АССР-ынан Бөйөк Ватан һуғышына 142 меңдән ашыу кеше китә, уларҙың 75 меңе тыуған ил азатлығы өсөн башын һала. 53 яугир - Советтар Союзы Геройы, тағы ла 14-е Дан орденының тулы кавалеры булып таныла.
#песнипобедыПФО #нашденьпобеды
Читайте нас: