Мининур менән Фәғилә иреккә сыҡҡандарына үҙҙәре лә ышанып бөтә алмай әле. Йәйҙең аҙығы күп тигәндәй, еләк-емеш, ҡуян тубығы, йыуа ашап, хәл йыйып атланы ла атланы улар.
Уйҙарында - тыуған йортҡа ҡайтып, әсәй, туғандарын күреү теләге. Барак тормошонан, заводтағы көс еткеһеҙ эштән, бригадирҙың аяуһыҙлығынан, көн һайын сирҙән, йә аслыҡтан йығылғандарҙы күреп ҡурҡҡан ҡыҙҙарға урмандан атлап килеү ожмахҡа тиң тойолдо.
Әйҙә, уйнап алайыҡ! Мин йүгерәм, ә һин мине тот, - тине Мининур. Еләк ашап туйған әхирәттәрҙең күңеле күтәрелеп китте. Улар бар донъяларын онотоп уйнарға тотондо. Атайҙары һуғышҡа китмәҫ элек ниндәй бәхетле булғандар икән: Тәпәреш күле буйында уйнап арып, Иҙелгә барып һыу кереүҙәр, муйыл, балан тиреп алып ҡайтыуҙар! Улар йыйған емеш-еләктән әсәйҙәрҙең телде йоторлоҡ бәлеш һалыуҙары...
Ҡыҙҙар йөҙҙәре алһыуланғансы уйнаны, шаярҙы. Әйтерһең дә, юғалған баласаҡтарын улар ошо аҡланда табып алған.
- Ут яҡҡандар ахыры, төтөн еҫе бында уҡ һиҙелә, - тине сос Фәғилә уйнауҙан туҡтап. - Әллә ит бешерәләр. Бәлки, беҙгә лә эләгер, әйҙә эҙләп барайыҡ әле.
- Юҡ, тәүҙә урап ҡына барып ҡарайыҡ, кемдәр икән? - тине һәр ваҡыттағыса уяу Мининур.
Улар төтөн сыҡҡан яҡҡа ҡыуаҡтар араһынан шыуышып тигәндәй килделәр.
Һин ошонда ҡал, мин яҡыныраҡ барып ҡарайым, - тине Фәғилә. Бына усаҡта урғылып ит ҡайнай, уның эргәһендә сей һөйәк-һаяҡ, ит киҫәктәре ята, кеше-фәлән күренмәй.
- Ай-й! - ҡыҙ ҡысҡырып ебәреүҙән саҡ ауыҙын ҡаплап өлгөрҙө. Уҡшып китеүҙән тыйылып, әхирәтен етәкләп йән-фарманға йүгерергә тотондо.
- Ни булды? - тине Мининур көскә тын алып.
- Унда, унда, ҡаҙанда... кеше ите, ҡатын-ҡыҙҙыҡы, үҙем күрҙем,- тине ҡурҡыуҙан дерелдәгән Фәғилә.
Ошо хәлдән һуң ҡыҙҙар һағыраҡ та, абайыраҡ та булырға кәрәклеген аңланы.
Шулай бер аҙна самаһы атланы ҡыҙҙар. Бара торғас, бәләкәй генә ауыл күренде. Ярым емерек өйҙәр, ары- бире үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләр, ярым яланғас бала-саға был ауылдың да башҡа меңләгән ауылдар ише һуғыш ҡорбаны икәненә дәлил.
Ҡыҙҙар өйҙән-өйгә йөрөп хәйер һорашты. Ике талсыбыҡтай ғына ҡыҙ баланы йәлләп, миһырбанлы кешеләр икмәк киҫәге, картуф, йә ауыҙға эләрлек башҡа нәмә һуҙҙы. Ҡайһы берҙәре хатта өйҙәрендә ҡунып сығырға рөхсәт итте.
Берәүҙең – бер ғәзиз балаһылыр, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, - тине оло ғына әбей үҙ телендә. Көршәктән алып туҫтаҡ төбөнә ҡатыҡ һалып бирҙе. - Ҡайҙан киләһегеҙ? Еп өҙөрлөк тә хәлдәре ҡалмаған Мининур менән Фәғилә бер ай тигәндә тыуған ауылдарына аяҡ баҫты. Ҡояш байып, нурҙары офоҡто ялмап алған, яңы һалынған бесән күбәләре туғайҙа теҙелеп киткән.
- Эй, ҡыҙыҡай, ҡайтып еттек бит әй, - тине Фәғилә.
Мининур әхирәтен ишетмәй, тыуған ауылын күреү шатлығы уны телһеҙ иткән... Улар кис еткәнен көтөп Иҙел ярындағы үләндә тәгәрәне.
Әс-сәй! Апайым ҡайтҡан! - ҡустыһы тәҙрә аша күреп тә ҡалған икән. Күлдәге өҙгөләнгән, сәстәре ҡатып башына уҡмашҡан, аяҡ-ҡулдары сыйылып ҡутырлаған Мининур, әсәһе ҡосағына һыйынғас та, аңын юғалтты.
Бер көндө ауыл советы рәйесе килеп инде.
- Әҙәм ыстырамы! Өйҙә йоҡо һимертәһеңме, ҡасҡалаҡ, дезертир! Ҡасан ҡайттың, күренмәй ятҡас та, кеше белмәй тиһеңме?
- Теүәл бер ай булды, саҡ аяҡҡа баҫтырҙым! Ҡарарлыҡ ере ҡалмағайны сабыйымдың, - тип сабыр ғына һөйләй башланы Мининурҙың әсәһе. - Зинһар, кире ебәрмәгеҙ инде, үтенеп һорайым!
- Нимә һөйләп тораһың? Кәнишне ебәрәбеҙ, тик был юлы заводҡа түгел, ә төрмәгә! Енәйәтсенең урыны шунда! – тип рәйес ҡаты баҫып өйҙән сығып китте.
Мининур менән Фәғиләне йәнә хәрби комиссариатҡа алып килделәр.
- Ояты ни тора! Нишләп ҡастығыҙ? Хәҙер башығыҙ төрмәлә серейәсәк бит! - тинеләр унда.
- Илдә һуғыш сығып, атайһыҙ ҡалған ас-яланғас балаларҙың ни ғәйебе бар?
- Заводтан ҡасҡанда уларҙың уйы политикала булған тиһегеҙме? Бала ғына бит әле улар! - тип, яҡлашыусылар ҙа булды араларынан.
Ҡыҙҙарҙың эшен ҡараусы хәрби начальник :
Үҙем дә һеҙҙе бик йәлләйем, - тине етди тауыш менән. – Ләкин һуғыш бер кемде лә аямай. Атай-ағайҙарығыҙ фронтта, уларға фашистарҙы ҡырыр өсөн ҡорал кәрәк. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ! Ауыр булһа ла түҙегеҙ, дошмандарҙы юҡ итмәһәк - улар ерҙәребеҙҙе баҫып алып, беҙҙе ҡол итәсәк, - тип ҡыҙҙарҙы оҙатты. Мининур менән Фәғиләне йәнә баракка килтерҙеләр. Элекке таныш ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре йә сирҙән, йә аслыҡтан аяҡ һуҙған булып сыҡты.
Ямғырлы көҙ үтеп, һалҡын ҡыш етте. Үҙәккә үтерлек һыуыҡ, ыжғыр бурандар ҡыҙҙар йәшәгән баракта йылы тотманы. Йөн ойоҡбаштар өҫтөнән кейгән сабата туҙҙы, уларҙың табанына картон, йә булмаһа таҡта киҫәге урап йөрөргә тура килде. Һыуыҡтан аяҡтар әрнене, ҡулдар өҙөлөп төшөр хәлгә етте.
Берҙән-бер көн Фәғилә эштән һуң бер ҙур төргәк тотоп ҡайтып керҙе.
- Әхирәт, беләһеңме, мин нимә таптым? - тине ул мут йылмайып.
Фәғилә төргәкте тағатып ебәрҙе. Ысынлап та унда ҡап-ҡара һарыҡ йөнө ята ине.
- Былай булғас йәшәйбеҙ! – тине лә Мининур эшкә кереште. Тиҙ генә ҡайҙандыр ағас ботағы табып алып килде, уны орсоҡҡа оҡшаш иттереп яһап, йөн иләй башламаһынмы! Башҡа ҡыҙҙар ҙа уның янына йыйылды. Мининурҙы бәләкәйҙән был һөнәргә өләсәһе өйрәткәйне.
- Өйрән балам, ҡыҙ кешегә һөнәр артыҡ булмай ул! Эшләүең минең өсөн булһа, өйрәнеүең - үҙең өсөн, - тип ҡабатларға ярата ине.
Эштән һуң ҡыҙ ойоҡбаш бәйләргә әүәҫләнеп китте, хатта энәләрен дә үҙе яраштырҙы.
- Йөндө мин таптым, шуның өсөн иң тәүҙә миңә бәйләп бирәһең, - тине Фәғилә.
Шулай итеп Мининур әхирәттәренә йөн ойоҡбаштар бәйләп бирҙе, улары үҙ сиратында икмәк, һабын биргеләне. Ошо һөнәре арҡаһында ҡыҙ аслыҡтан, өҙлөгөүҙән һаҡланды.
Ике йыл ғүмер үтеп китте. Ниҙәр генә күрмәне, ниҙәр генә кисермәне ҡыҙҙар был дәүерҙә.
1945 йылдың яҙы илебеҙгә Еңеү алып килде.
- Их, атайҙар ҡайттымы икән! Иҫән булһалар ғына ярар ине, - тине Фәғилә.
- Исмаһам, хат яҙыусы ла юҡ! Ана, башҡа ҡыҙҙар һирәкләп булһа ла өйҙәгеләрҙән хәбәр алып тора, - тип өҫтәне Мининур.
Күптәрҙе өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр. Яҙ ҙа, йәй ҙә үтеп китте, тик Мининур менән Фәғилә гена эшләп йөрөй бирҙе.
- Теге ваҡыт ҡасҡан өсөн тоталар инде беҙҙе, - тине Фәғилә уфтанып.
- Бәлки, беҙҙе үлгән тип уйлап, өйҙә көтмәйҙәрҙер... - Мининурҙың тауышы иламһырап ишетелде.
Бер көндө төшкө ял мәлендә цехҡа Фәғилә йүгереп килеп инде.
- Һөйөнсө, бейе! - тип ҡысҡырып ебәрҙе ул әхирәтенә шатлыҡлы тауыш менән.
- Атайың алырға килгән! Ҡапҡа янында һине көтә.
Мининурҙың күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Ул урамға атылды. Завод ҡапҡаһына еткәс, хәрби кейемдәге кешене күреп туҡтап ҡалды.
Мининур аптырап ҡарап тора бирҙе.
Тәүҙә танымай аҙапланды, дүрт йыл эсендә атаһы ныҡ үҙгәреп киткән икән дәһә!
Осрашыу шатлығынан икеһенең дә күҙҙәрендә йәш, күңелдәрендә һағыш, йөрәктәрендә киләсәккә яҡты өмөт ине.