1942 йылдың яҙы. Ирей башлаған ҡар ер өҫтөн ала-ҡола яһаған. Юл буйлап 6-7 бала килә: өҫтәренә кейгән кейемдәре алама бишмәттән ғибарәт, аяҡтарында сабата, арҡаларына аҫҡан тоҡсайҙа - уҡыу кәрәк-ярағы. Өшөгәнлектән танауҙарын мыш-мыш тартып, өнһөҙ генә атлай бирәләр.
- Уй, асыҡтым! Әйҙә, баҫыуҙан борсаҡ эҙләйек, артабан атларлыҡ хәлем юҡ, - тине бәләкәй генә ҡаҡса малай.
- Ҡайтышлай ашарбыҙ, әлегә туң улар, төшкә табан иреп өҫкә сығалар,- тине 8-селә уҡыған Мининур.
- Һы, нисәүебеҙ шул арҡала харап булды лабаһа!
- Бына исмаһам атайҙар һуғыштан ҡайтҡас, икмәккә туйынасаҡбыҙ, - тип татлы хыялдарға бирелде Мининурҙың әхирәте Фәғилә.
Күрше ауылға барып етеп, мәктәпкә инделәр. Сабаталарын сисеп, һыуынырға өлгөрмәгән плитә өҫтөнә киптерергә теҙҙеләр. Туңған ҡара һауыттарын өрә-өрә йылытып парта өҫтөнә ҡуйҙылар.
Уҡытыусы апайҙары бөгөн бигерәк тә моңһоу күренә, әллә бер-бер хәл булдымы? Уның ире лә фронтта, ти.
Дәрес башланып ҡына тора ине, ауыл советы рәйесе хәрби кейемдәге ике ирҙе эйәртеп класҡа килеп инде.
- Фронттағы хәлдәр бик ауыр, балалар, һеҙҙән дә ярҙам кәрәк, - тип башланы ул һүҙен. - Ҡорал яһар өсөн ике ҡыҙҙы Молотов ҡалаһына ебәрәбеҙ! Арағыҙҙан иң өлкәндәре – Мининур менән Фәғилә Ырыҫбаевалар барасаҡ!
- Улар ниндәй өлкән булһын, саҡ ун алтылары тулды, - тине уҡытыусы.
Уның һүҙен иғтибарға алмаҫҡа тырышып:
Хәҙер ҡайтып йыйына тороғоҙ, артығыҙҙан алырға килерҙәр, - тип һүҙен тамамланы етәксе. Балалар аптырашып бер-береһенә ҡарап ҡатып ҡалды, кемдер иларға етеште, кемдер ҡурҡыуҙан ағарған йөҙөн йәшерҙе.
Мининур менән Фәғиләне оҙатырға бәләкәй ауылдың йәше-ҡарты йыйылды. Әбейҙәр ҡыҙҙарҙы арҡаларынан һөйөп күҙ йәштәрен һөрттө.
- Бигерәк бәләкәйҙәр бит әле.
- Эй, был һуғыш, балаларыбыҙҙы ла аямай.
- Ниместәрҙе ҡырырға ҡорал яһарға баралар, ти бит.
Район үҙәгендә урынлашҡан хәрби комиссариатта теркәгәс, ҡыҙҙарҙы тауар поезына ултыртып ҡорал заводына эшкә ебәрҙеләр.
Уларҙы оҙон баракка урынлаштырҙылар, бында егермеләп кеше йәшәй. Һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмәлә ағас һәндерәләр теҙелгән.
Бына ошонда ятып-торор урынығыҙ, ә хәҙер эшкә! - тип бойорҙо бригадир ҡатын. Заводҡа килеп ингәс, Мининур менән Фәғилә, үҙҙәре кеүек ҡыҙҙарҙы күреп, эстән генә ҡыуанып ҡуйҙы. Нисек эшләргә, нимәне ҡайҙан алырға кәрәклеген аңлатты бригадир.
Көс еткеһеҙ тимер-томор күтәреп, һалҡын цехта таңдан төнгә тиклем эшләү хәлен алды йәш ҡыҙҙарҙың. Ҡаты, һалҡын тимер ҡулдарын ярҙы, аяҡтарына кейгән сабата төш ауыуға лысма һыу булды. Төшкө аш мәлендә йөҙ грамм икмәк менән сало киҫәге кесе телгә йоҡманы.
Мин сусҡа майы ашамайым, мә, ал, - тип үҙ өлөшөн рус ҡыҙына бирҙе Мининур. Тегеһе лә буш итмәне - икмәк киҫәген бүлде. Эштән арып ҡайтҡан ҡыҙҙар баш терәү менән йоҡоға талды. Бер төндө Мининур өҫтөндә нимәлер йөрөгәненә һиҫкәнеп уянып китеп, ҡурҡышынан ҡысҡырып ебәрҙе: 3-4 ҡомаҡ уның бишмәте аша тәненә инергә маташа.
Һикереп тороп ҡомаҡтарҙы төшөргәс, ҡыҙ башҡа йоҡлай алманы. Шунда ғына ҡараңғыла бер көтөү ҡомаҡ йөрөгәнен шәйләп, ытырғанып ҡуйҙы.
Аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр шарттар ҡыҙҙарҙы тамам аяҡтан йыҡты. Сирлеләр һаны көндән-көн артты...
Ҡыҙҙар ҡулдарынан килгәнсе тырышып эшләне. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә, тиҙерәк өйгә ҡайтаһы ине...
Йәй етте. Июль айының эҫе ҡояшынан барактар тынсыу булып ҡалды, ҡыҙҙар эштән һуң, төндә булһа ла, яҡындағы быуаға һыу ҡойонорға йөрөнө.
- Ишеттеңме әле, бер хәлһеҙ йығылған бисараны төндә ҡомаҡтар ашап бөткән, һөйәктәре генә тороп ҡалған, тип әйтәләр, - тине Фәғилә.
- Абау! Беҙҙе лә төндә кимереп ҡуйһалар, - тине Мининур ҡурҡып. - Мин әсәйемде, туғандарымды һағындым.
- Нисек? - Мининурҙың күҙҙәрендә өмөт сатҡылары балҡыны ла, шунда уҡ һүнде. – Кит, поезд менән килгәнде йәйәү ҡайтып буламы?
- Ә беҙ бер ай ҡайтырбыҙ, урман аша, осрағандарҙан юлды һорашырбыҙ!
Улар шул уҡ төндә быуа аша урманға йүгерҙе. Күпме барғандарҙыр, билдәһеҙ, ҡуйы ағаслыҡҡа кергәс кенә туҡтап ҡалдылар.
- Хәҙер ҡайҙа барырға икән?
Ҡапыл тирә-яҡ яҡтырып китте, дөбөр-шатыр күк күкрәп, ямғыр яуа башланы.
Бына бит, Аллаһы Тәғәлә үҙе юл күрһәтә беҙгә, - тип шатланды Мининур. Мин сусҡа ите ашаманым шул, шуға ярата. Ашауҙарын да, йоҡоларын да, арыуҙарын да онотҡан ҡыҙҙарҙы төн үҙ ҡосағына алды.