Рух
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөйөк Еңеүгә - 75 йыл
14 Апрель 2020, 02:20

Тарихыбыҙҙы онотмайыҡ!

Тимербәк Йәғәфәр улы Ғәлимов Ауырғазы районы Үтәймулла ауылының хөрмәтле уҙаманы, хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәре.

Тимербәк Йәғәфәр улы Ғәлимов Ауырғазы районы Үтәймулла ауылының хөрмәтле уҙаманы, хаҡлы ялдағы мәғариф хеҙмәткәре. Табын ырыуы башҡорттарының ҡор башы, аҡһаҡалдар ҡоро етәксеһе.
Ауылым, тип янып йөрөүсе Тимербәк ағай Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ауыл халҡын ҙур эштәргә әйҙәүсе лә. Иң мөһиме: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм еңеү менән ҡайтҡан яугир ауылдаштарына, тыл ветерандарына 9 майҙа асыласаҡ һәйкәл булдырыуға күп көс һалыусыларҙың береһе.
Ауыл мәҙәниәт йортондағы музей өсөн дә янып, тырышып йөрөүсе ул булды.
Т.Ғәлимов уңған, арҙаҡлы яҡташтары тураһында мәҡәләләр ҙә яҙа. Һәр кемдең тиерлек яҡшы яғын күрә белә. Йор телле, уның телмәренә иғтибар итһәң, халыҡ ижады ынйыларын ҡулланып, ихлас итеп һөйләүен тояһың. Ауылдың, уның тирә-яҡ урындарының тарихын яҡшы белә.
Әлеге карантин мәлен дә ул бушҡа үткәрмәй. Быға тиклем туплай башлаған шәжәрәһен ҡарап сығып, уны системаға килтерергә форсат сыҡҡан. Бик ҡыҙыҡлы материалдар менән эш итә.
Тамырҙары ниндәй арҙаҡлы кеше нәҫеле менән барып тоташа икән?
Тағы ла ниндәй уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға йыйына?
Афарин уға! Алға, яңы үрҙәргә!
Читайте нас: